+24 °С
Ямғыр


Хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында ҡаланың 2-се мәктәбендә ЮХХДИ инспекторы Г.М. Биишева һәм балиғ булмағандар эше буйынса инспектор Р.А. Мәхмүтова уҡыусылар менән осрашты. Әңгәмә барышында балиғ булмағандарҙың водитель таныҡлығы булмайынса транспорт сараһы менән идара итеү өсөн яуаплылығы, үҫмерҙәр ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларының статистикаһы, буллинг, шулай уҡ наркотиктар ҡулланыу эҙемтәләре тураһында һөйләшеү булды. Хоҡуҡ һаҡсылары административ һәм енәйәт яуаплылығы тураһында ла мәғлүмәт бирҙе. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар ҙа алды.