+21 °С
Облачно


Ишбирҙе ауылы мәктәбе коллективы яугирҙәр өсөн сәк-сәк бешерҙе. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары бар күңел йылыһын, изге теләктәрен ҡушып бешергән тәмлекәстәрҙе мәктәп директоры Ләйсән Сәфәрғәле ҡыҙы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам итеү үҙәгенә тапшырған. Тиҙҙән улар егеттәргә ебәреләсәк. Яугирҙәрҙең өй йылыһы менән бешерелгән ризыҡтарға айырыуса ҡыуаныуын беләбеҙ. Ишбирҙе ауылы мәктәбе коллективының тәмлекәстәре яугирҙәрҙең ризығына яҙһын, уларға тыуған яҡ сәләме булып барып етһен.