

18 октябрҙә Мерәҫ ауыл мәҙәниәт йортонда үҙенә генә хас моңло тауышы менән күп тамашасыларҙың күңелен яулаған йырсы Бибисара Мостафа ҡыҙы Азаматова исемендәге "Йәшәргә лә әле йәшәргә" тип аталған төбәк-ара йыр конкурсы үтте. Бәйгелә Әбйәлил, Көйөргәҙе, Ишембай, Ейәнсура, Йылайыр, Стәрлебаш һәм Баймаҡ райондарынан йырсылар ҡатнашты.
Йырсыларҙы абруйлы комиссия ағзалары: Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы баянсыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Хәлит Фәтихов, нәфис һүҙ оҫтаһы, Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Лилиә Фәтихова, Баймаҡ район мәҙәниәт йортоноң «Ҡомартҡы» башҡорт халыҡ йыры, «Мирфәйзә» башҡорт эстрада һәм этник йырҙар ансамблдәре етәксеһе Сөмбөл Юлбахтина баһаланы. Бибисара Азаматова ижадын үҙ иткән 22 конкурсант араһынан иң-иңдәрҙе һайлап алыу еңелдән булманы баһалама ағзаларына. Шулай ҙа еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде:
Гран-при - Гөлфирә Юлмөхәмәтова (Темәс)
1-се урын
Динар Арсланов (Иҫке Сибай) һәм Гөлфирә Ҡотлоғужина (Байым).
2-се урын
Гөлсара Ғәббәсова (Ниғәмәт), Шәһиҙә Барлыбаева (Йомаш), Зөлфиә Ғатауллина (Ниғәмәт), Әлфирә Әбүбәкирова (Йылайыр).
3-сө урын
Мәҙинә Сәлтәшева (Көйөргәҙе), Гөлсара Әминова (Ишембай), Айбулат Хәлилов (Сыңғыҙ), Зөлхизә Зәйнуллина (Ишембай).
Еңеүселәргә аҡсалата һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
"Башҡорт сәнғәтенә ҙур өлөш индергәне өсөн" номинацияһында Зөһрә Ишмырҙина (Урғаҙа), "Иң һөйкөмлө йырсы" номинацияһында Әбйәлил һылыуы Рәзилә Мәхмүтова билдәләнде. Башҡа ҡатнашыусыларға ла дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.