+21 °С
Болотло


Хәрби хәрәкәттәр ветераны һәм махсус операцияла ҡатнашыусы Әхәт Аҫылбаев «Изге подписка» акцияһына ҡушылды. Ул махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ Артур Ғәҙелшиндың әсәһе Сәрүәр Сәлимйән ҡыҙы Йәнтилинаға «Һаҡмар» гәзитен яҙҙырҙы. Ватанды һаҡлау өсөн ғүмерен биргән геройҙарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү барыбыҙҙың да уртаҡ бурысы икәнән онотмайыҡ.