Ғаилә йылы
19 Октябрь 2025, 09:10

Юмор аша етди темаға

Беҙҙең район исеменән Баймаҡ 4-се лицейының «4-й централ» командаһы сығыш яһаны

Юмор аша  етди темағаЮмор аша  етди темаға
Юмор аша етди темаға

Баймаҡта Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Бала саҡтың хәүефһеҙ юлы» исемле  КВН республика конкурсының зона этабы үтте. Иң күңеллеләр һәм тапҡырҙар исеменә Баймаҡ, Сибай ҡалаларынан, Йылайыр һәм Ейәнсура райондарынан дүрт команда көс һынашты. Балалар шаяртыуҙар һәм юмор аша  етди тема - юлда иғтибарлы булыуҙың мөһимлеге тураһында һөйләне. Беҙҙең район исеменән Баймаҡ 4-се лицейының «4-й централ» командаһы сығыш яһаны. Бөтә балалар ҙа конкурс заданиеларын бик яҡшы үтәне.

Конкурс һөҙөмтәләре түбәндәгесә:

1-се урында - Сибай ҡалаһының 12-се мәктәбенең «12-се маршрут» командаһы (етәксеһе - Марюшина Ю.Р.);

2-се урында – Йылайыр районының «Помеха справа» командаһы (етәкселәре - Каплина А.А., Пряхин А.А.);

3-сө урында - Баймаҡ 4-се лицейының «4-й централ» командаһы (етәкселәре -  Ишбирҙина Ә.Х., Ишемғужина Р.Ш.).

Ейәнсура районының «Зеленый свет» командаһы (етәксеһе - Филатова А.А.) «Еңеүгә ынтылыш өсөн» номинацияһында билдәләнде.

Командаларҙы уңышлы сығыш яһауҙары менән ҡотлайбыҙ, артабан да уңыштар теләйбеҙ.

Юмор аша  етди темаға
Юмор аша  етди темаға
Юмор аша  етди темаға
Юмор аша етди темаға
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас