+24 °С
Ямғыр


"Һәмән ағинәйҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар махсус хәрби операцияла йөрөүсе яугирҙәргә посылкалар әҙерләне. Нимәләр генә юҡ унда: йылы нәскиҙәр, йыуыныу өсөн кәрәк-яраҡтар, һәр төрлө салфеткалар һ.б. Ауыл старостаһы Азамат Йәрмөхәмәтов һәм шулай уҡ Гөлшат апай Йәрмөхәмәтова, Зәйнәғәбдин ағай Вәлишин аҡсалата ярҙам итте. Улар биргән аҡсаға магазиндан аҙыҡ-түлек йыйылмаһы ла әҙерләнек", - ти һәмәндәр.
Афарин, һәмәндәр! Яуҙа йөрөгән ир-егеттәр имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын!