

Райондың йәштәр эштәре буйынса комитеты үткәргән"Йөрәгемде һөнәремә бирәм" район бәйгеһендә Баймаҡ телевидениеһы хәбәрсеһе Фирүзә Ишбаева, Урал аръяғы агоросәнәғәт колледжының информатика уҡытыусыһы Нурзилә Хисматова, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы уҡытыусыһы Юлиә Алгушаева, 5-се мәктәп янындағы балалар баҡсаһында физкультура буйынса инспектор Гөлнара Сырлыбаева, Ишбирҙе мәктәбе уҡытыусыһы Гөлфиә Иҫәндәүләтова, "Әкиәт" балалар баҡсаһының кесе тәрбиәсеһе Гөлназ Сәлимова, "Күбәләк"тән Розалия Мусина, "Йылылыҡ селтәре"нән Әминә Йәнтүрина, "Беренселәр хәрәкәте" белгесе Гөлфирә Нарынбаева ҡатнашты. Сара бик шәп ойошторолған. Гран-при өсөн ярыш бик сәмле барҙы. Уны Гөлфиә Иҫәндәүләтова яуланы. Ҡотлайбыҙ!