

Махсус операция ветерандарын тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырыу — беҙҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.
Республикабыҙҙа өйҙәренә ҡайтҡан яугирҙәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән саралар комплексы эшләй, ул психологик ярҙамды, эшкә урынлашыуҙа булышлыҡ итеүҙе һәм көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙе үҙ эсенә ала.
Беҙҙең районда мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы мөхит булдырыу өлкәһендә ирекле сертификация системаһы эксперты Максим Кожухов, дүрт тапҡыр ҡышҡы Паралимпия уйындары еңеүсеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды директоры урынбаҫары Ирек Зарипов, махсус операцияла ҡатнашыусы, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалының социаль координаторы Артем Мөхәрәмов булды.
Улар яҡташ яугирҙәр - Темәс ауылынан Булат Ғәлин һәм Байым ауылынан Дим Байымов менән осрашты. Комиссия уларҙың йорттарын ремонтлау, үҙгәртеп ҡороу һәм уңайлы йәшәү өсөн нимәләр эшләргә кәрәклеген тикшерҙе. Бөтә кәрәкле процедуралар тамамланғандан һәм документтар тултырылғандан һуң, ярты йыл эсендә йәшәү шарттары уңайлыраҡ буласаҡ. “Ойоштороу мәсьәләләрендә ярҙам күрһәткән «Ватанды һаҡлаусылар» фондына һәм райондың вайымһыҙ булмаған ирекмәндәренә рәхмәт белдерәм. Дөйөм тырышлыҡ арҡаһында тиҙҙән ветерандарыбыҙҙың йорттары уңайлыраҡ буласаҡ”, - тип белдерҙе район башлығы Азамат Иҙрисов.