+24 °С
Ямғыр


Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбендә махсус хәрби операция барышында Ватан өсөн ғүмерен биргән сығарылыш уҡыусылары хөрмәтенә Хәтер стендын асыуға арналған сара үтте. Сараға уҡытыусылар, уҡыусылар һәм батырҙарса һәләк булған сығарылыш уҡыусыларының яҡындары йыйылды. Илебеҙ һаҡсыларының ата-әсәләренә ихлас рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Уҡытыусылар үҙҙәренең герой-уҡыусылары тураһындағы яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Хәтер стендын асыу бөтә мәктәп һәм ҡала өсөн дә мөһим һәм әһәмиәтле ваҡиға. Был ябай фотолар ғына түгел, ә тере тарих. Яугирҙәр тураһындағы хәтерҙе киләсәк быуындарға тапшырыу, балаларҙа илһөйәрлек һәм ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләү – беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ.