Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
22 Июль 2025, 07:22

Ауылыма ҡайттым өмәгә...

1-се Төркмәндә "Ауылыма ҡайттым өмәгә" тигән бик ҙур сара үтте. Был сара сиктәрендә бихисап эштәр башҡарыла.Тулыраҡ, сайтта:

19 июль Моҡас ауыл биләмәһе 1-се Төркмән ауылында "Ауылыма ҡайттым өмәгә" тигән байрам сараһы үткәрелде. Унда ауыл халҡы һәм ситтә торған ауылдаштар бик әүҙем ҡатнаша. "Бик күп халыҡ йыйылды. Айырыуса ир-егеттәр бик әүҙем булды. Күмәк егеттәр ике төркөмгә бүленеп, балалар майҙансығын төҙөнөләр һәм ауылдың ҡотон алып торған емерек бинаһын да һүтеп ҡуйҙылар. Афарин, егеттәр! Ошо өмәне ойоштороп эсендә ҡайнап йөрөгән Харрасов Әмир Наил улына,
Әхмәтов Булат Әкрәм улына, Исрафилов Иршат Таңғатар улына, техникалары менән сыҡҡан Исламгулов Рәис Сөнәғәт улына, Хөсәйенов Хәкимйән Ғәлимйән улына айырыуса ҙур рәхмәт!
Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙа өмәгә әүҙем ҡушылды. МХОла йөрөгән егеттәр өсөн кемдер һалма йәйһә, кемдер сетка үрҙе, носилкалар, толстовкалар тектеләр, миндек бәйләнеләр, мәктәп коллективы сәк-сәк бешерҙе. Аҙаҡтан балалар майҙансығын төрлө төҫкә сағыу итеп буяп ҡуйҙылар.

Был сараның мөһим өлөшө махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәр именлеге өсөн ҡорбан салыу ине. Ауылдаштар изге ниәттәр менән ҡорбан салып, аят уҡып, доға ҡылдылар, өмәселәргә ҡорбан ашы ашаттылар. Артабан клубта тантаналы өлөшөн Баязитова Зифа Ғаяз ҡыҙы менән Әхмәтйәнова Мәзүнә Ғаяз ҡыҙы алып барҙы. Төрлө яҡтан ҡайтҡан ауылдаштар матур концерт номерҙары бүләк итте. Уның араһында хәтирәләр менән бүлештеләр. Сараның аҙағы кискеһен асыҡ һауала усаҡ янында күңелле ритайым менән тамамланды.
Өмәлә ҡатнашҡан һәр береһенә тағы берҙе ҙур рәхмәт! Һеҙгә һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар теләйем!

Әйтеп үтергә кәрәк, өмәнең сығымдары өсөн халыҡ үҙе аҡса йыйҙы. 1 аҙна эсендә 100 меңгә яҡын аҡса йыйылды", - тип хәбәр итте Моҡас ауылы биләмәһе башлығы Гөлназ Хажина.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас