Аҡморон ауылынан Нәзилә апай – Әбделкәримдән, ә Әбделхаҡ ағай Алғаҙы ауылынан. Мәктәп йылдарында уҡ улар бергә уҡып, бала саҡтан бер-береһен белеп үҫә. Ә шулай ҙа Әбделкәрим мәҙәниәт йортона спекталь ҡарарға барғанында уларҙа бер-береһенә ҡарата һөйөү уты уяна. Йәштәр оҙаҡламай ғаилә ҡора. Был бәхетле көн 1975 йылдың 22 мартында була.
Был осорға Нәзилә апай Баймаҡтағы һөнәрселек училищеһында тегенсе һөнәре алып өлгөрә. Һуңынан йүнәлтмә буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы теген цехында эшләй. Бер аҙҙан уға тағы ла яуаплыраҡ бурыс йөкмәтәләр - материалдарҙы бесеү бүлеген етәкләй. Әбделхаҡ ағайға кейәүгә сыҡҡас, Тәнзилә апай Баймаҡҡа ҡайта. Бында ул халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү үҙәгенә эшкә килә һәм Аҡморон теген цехында бесеү бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. Хаҡлы ялға сыҡҡанға ҡәҙәр үҙенә мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһына ла күлдәк-пальтолар, башҡа кәрәк-яраҡтар тегеп биреп һөйөндөрә. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бик күп Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” билдәһенә лайыҡ була. 35 йыл эшләгән өсөн уға “Хеҙмәт ветераны” исеме лә бирелә.
Әбделхаҡ Ҡунсбаев утыҙ туғыҙ йыл “Баймаҡ” совхозында эшләп, хаҡлы ялға сыға. Балта оҫтаһы булараҡ, ул тәүҙә хужалыҡтың төҙөлөш бригадаһында, һуңғы ун биш йылда газ баллондарын заправкалаусы була.
Нәзилә апай һәм Әбделхаҡ ағай ике балаға ғүмер бүләк итә. Ҡыҙҙары Айгөл тормош иптәше менән Аҡморонда төпләнә. Өс ҡыҙ үҫтерәләр. Юғары белем алып, урындағы мәктәптә тарих фәненән белем бирә, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары ла булып эшләй. Ҡыҙҙары Гөлназ – физика һәм математика уҡытыусыһы. Тормош иптәше менән дүрт бала үҫтерәләр. Оҙаҡ йылдар ул БДУ-ның Сибай институтында студенттарға белем бирә. Бөгөн тормош птәше менән Сорғот ҡалаһында йәшәйҙәр. Шундағы педагогия институтында эшләй.
Нәзилә һәм Әбделхаҡ Ҡунсбаевтар бөгөн ете ейән-ейәнсәргә, бер бүләгә бәхетле өләсәй һәм ҡартатай. Бәхетле ғаилә иңгә-иң терәп ғүмер итеүҙәренең быйыл илле йыллығын билдәләгән.
- Бер-береңде аңлап, кәрәк саҡта берең - “ут”, икенсеңә “һыу” булыу ғаиләне ҡотҡара инде, - тине Нәзилә апай тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашып. – Күп осраҡта ҡатын-ҡыҙҙан тора тиһәләр ҙә, ир-егеттән дә тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ талап ителә. Ҡура тултырып мал көтәбеҙ, баҡса үҫтерәбеҙ. Иптәшемдән уңдым, Аллаға шөкөр. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Тәмәке лә тартмай, алкоголь менән дә мауыҡмай. Ғаилә ҡорғас та, беҙ һөйләшеп килешеп ҡуйғайныҡ – балаларыбыҙҙы үҙебеҙҙең өлгөлө тәрбиәләргә тип. Аллаға шөкөр, ҡыҙҙарыбыҙ йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәй, матур донъя көтәләр. Икеһе лә юғары белемле. Гөлназыбыҙ өс юғары уҡыу йортон тамамланы. Уларға ҡарап, шатлыҡ-ҡыуаныстарына һөйөнөп, бәхетле өләсәй һәм ҡартатай булып йәшәйбеҙ. Шундай ғүмер бүләк иткәненә Хоҙайыма, ата-әсәйҙәребеҙгә һәм балаларыбыҙға рәхмәтлебеҙ.
Ысынлап та, бәхетле булыу өсөн кешегә күп тә кәрәк түгел. Эргәңдә яратҡан ҡәҙерлеләрең, уларҙың һау-сәләмәт булыуҙары ла етә.
Лилиә ТАКАЕВА.