Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
8 Июль 2025, 11:50

60 йылдан ашыу бергә

“Йәш кенә булғанһығыҙ, димләп кейәүгә биргәндәр, ғаилә тормошона өйрәнеү ҡыйын булманымы?” – тип һорайым хужабикәнән

60 йылдан ашыу бергә60 йылдан ашыу бергә
60 йылдан ашыу бергә

Бөгөн илебеҙҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Шуныһы ҡыуаныслы, районыбыҙҙа оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән парҙар күп.

Фәйрүзә Ғилметдин ҡыҙы менән Морат Ильяс улы Бүкәнбаевтар – Таулыҡайҙың хөрмәткә лайыҡ ғаиләләренең береһе. Уларҙың татыу ғүмер итеүенә быйыл 62 йыл тула. Өйләнешеү тарихын бик ҡыҙыҡ итеп һөйләп алды Фәйрүзә инәй менән Морат олатай.

– 16 ғына йәшемдә күрше Буранбай ауылынан Таулыҡайға килен булып төштөм, – ти инәй.

– Миңә 25 йәш ине. Йәш арыу ғына булып бара, өйләнергә кәрәк, тип уйлайым. Шул ваҡыт Рамаҙан тигән ағай “Буранбай ауылында һәйбәт кенә ҡыҙ бар, әйҙә шуға өйлән” тип, димләп таныштырҙы. Яҙмыштыр инде. Шулай итеп ғаилә ҡороп, йәшәп алдыҡ та киттек, – тип һүҙгә ҡушылды Морат олатай.

“Йәш кенә булғанһығыҙ, димләп кейәүгә биргәндәр, ғаилә тормошона өйрәнеү ҡыйын булманымы?” – тип һорайым хужабикәнән.

– Юҡ, бер ҙә ҡыйын булманы. Ҡәйнәм дә, туғандары ла үҙ күреп ҡабул итте. Тормош иптәшем дә һәр ваҡыт һәйбәт мөнәсәбәтле булды, – тип йылмая Фәйрүзә инәй.

Бүкәнбаевтар биш балаға ғүмер бүләк итеп, уларҙы үҙҙәренең өлгөһөндә эшһөйәр, туған йәнле итеп тәрбиәләүгә өлгәшкән. Өлкән улдары Мирза, ҡыҙҙары Алһыу һәм Гөлсәсәк – Таулыҡайҙа, Әнисә – Баймаҡ ҡалаһында, Гөлсинә Төмәндә йәшәй. Бөгөн улар – ике тиҫтә ейән-ейәнсәргә, бүлә-бүләсәргә һөйөклө өләсәй һәм ҡартатай.

Морат Ильяс улы ғүмер буйы урындағы Ленин исемендәге колхозда механизатор булып эшләгән, алдынғы тракторсы, комбайнсы булған. Уның намыҫлы хеҙмәте Хөкүмәттең юғары наградаһы – Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән билдәләнгән. Фәйрүзә Ғилметдин ҡыҙы колхозда быҙау, сусҡа ҡарай, аҙаҡҡы йылдарҙа мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Бөгөн улар бәхетле, тиң-тигеҙ ҡартлыҡтарына шөкөр итеп, балалар ҡыуанысына төрөнөп йәшәй.

Г. Яҡшығолова.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас