Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
6 Май 2025, 09:55

"Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнделәр

Әсәләрҙе ихлас ҡотлайбыҙ

"Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнделәр"Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнделәр
"Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнделәр

Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән балаларҙы тәрбиәләүгә намыҫлы һәм яуаплы ҡараған, уларҙың һаулығы, белеме, физик, рухи һәм әхлаҡи үҫеше тураһында тейешле хәстәрлек күргән, ғаилә институтын нығытыуға һәм балаларҙы тәрбиәләүгә тос өлөш индергән өсөн районыбыҙҙан тағы биш әсә “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде:

Мерәҫ ауылынан Гөлсибәр Марсель ҡыҙы Әбүшахмина (биш бала тәрбиәләй), Баймаҡтан Рәйлә Рим ҡыҙы Билалова (алты бала), Урғаҙанан Светлана Геннадьевна Ҡадирова (алты бала), Ҡаратал ауылынан Рәлиә Риза ҡыҙы Йәнбирҙина (биш бала), Иҫке Сибайҙан Нәркәс Сәғит ҡыҙы Йәндәүләтова (ете бала).

Әсәләрҙе миҙал алыуҙары айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ. Ғаиләләрегеҙ ныҡ, татыу булһын, балаларығыҙ уңыштары, ҡаҙаныштары менән ҡыуандырһын!

"Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнделәр
"Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнделәр
"Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнделәр
"Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнделәр
"Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнделәр
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас