Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
5 Май 2025, 10:45

Байегетовтарға - «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы!

Үрге Таулыҡай ауылынан Рөстәм Әмир улы һәм Альбина Рауил ҡыҙы Байегетовтар дәүләт наградаһына - Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалына лайыҡ булды

Байегетовтарға - «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы!Байегетовтарға - «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы!
Байегетовтарға - «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы!

Үрге Таулыҡай ауылынан Рөстәм Әмир улы һәм Альбина Рауил ҡыҙы Байегетовтар дәүләт наградаһына - Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалына лайыҡ булды. Был награда күп бала тәрбиәләүсе, балаларына матур тәрбиә биргән, уларҙы һәр яҡлап үҫтергән әүҙем, тырыш, уңған ғаиләләргә тапшырыла.

Рөстәм вахта ысулы менән Силәбе өлкәһендә водитель булып эшләй. Ә Альбина – беҙҙең коллегабыҙ, «Һаҡмар» гәзите хәбәрсеһе. Байегетовтарҙың ғаиләһендә ике ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләнә. Айҙар Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының 4-се курсында белем ала. Айгиз медицина юлын һайлаған - Сибай медицина колледжының 2-се курс студенты. Мәликә - Баймаҡ лицей-интернатының 5-се класс уҡыусыһы, Мәҙинә - балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе. Уларҙың барыһы ла әүҙем тормош алып бара, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, призлы урындар яулай. Айырыуса Айгиз менән Мәликәнең район, республика кимәлендә үткән шиғыр, йыр конкурстарында ҡатнашып яулаған уңыштары бихисап. Айгиз «Голос Зауралья. Дети» һәм «Сулпылар» республика телевизион йыр конкурстары финалисы. Айҙарҙың милли көрәш турнирҙарында яулаған еңеүҙәре күп.   

Байегетовтар ғаиләһе ауыл һәм мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша. Бөтә мәҙәни саралар, төрлө акциялар, өмәләрҙең уртаһында ҡайнай улар. Төрлө конкурстар, ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулағандар, күп һанлы Дипломдар, Рәхмәт хаттары һәм Почет грамоталары менән бүләкләнгәндәр.

Рөстәм Әмир улы һәм Альбина Рауил ҡыҙы балаларын хеҙмәт һөйөүсән, маҡсатлы, кешелекле, кеселекле итеп тәрбиәләргә тырыша. Ул-ҡыҙҙарының күңеленә Ватанға һөйөү, илһөйәрлек тойғоларын да  һалыуҙы маҡсат иткән улар. “Беҙҙең, ата-әсә булараҡ, төп маҡсатыбыҙ - балаларыбыҙға белем һәм тәрбиә биреү, уларҙың төрлө яҡлап һәләттәрен үҫтереү һәм илебеҙең лайыҡлы граждандары итеп тәрбиәләү”, - ти Байегетовтар.

Тырыш, булдыҡлы, татыу ғаиләне лайыҡлы награда алыуҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ. Артабан да һеҙгә тик уңыштар юлдаш булһын, киләсәктә лә балаларығыҙҙың шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп, бәхетле, парлы йәшәргә яҙһын!

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас