Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
29 Апрель 2025, 06:55

Юбилейың менән, ҡәҙерлебеҙ!

Бөгөн беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ - ҡыҙым, һеңлем, бикәсем, апайыбыҙ, ҡәйенбикәбеҙ, инәйебеҙ Гөлдәр Әхәт ҡыҙы Яҡшығолова-Салихова күркәм ғүмер байрамын – алтын юбилейын билдәләй.

Юбилейың менән, ҡәҙерлебеҙ!Юбилейың менән, ҡәҙерлебеҙ!
Юбилейың менән, ҡәҙерлебеҙ!

Бөгөн беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ - ҡыҙым, һеңлем, бикәсем, апайыбыҙ, ҡәйенбикәбеҙ, инәйебеҙ Гөлдәр Әхәт ҡыҙы Яҡшығолова-Салихова күркәм ғүмер байрамын – алтын юбилейын билдәләй.

Ҡәҙерлебеҙ 1975 йылдың 29 апрелендә Баймаҡ районы Түбәнге Таулыҡай ауылында Гөлйәүһәр һәм Әхәт Салиховтарҙың ғаиләһенә йәм өҫтәп донъяға килә. Бәләкәйҙән үк тырышлығы, уңғанлығы менән алдырҙы, ағаһы Маратҡа ярҙамсыл һеңле, үҙенән һуң тыуған өс һеңлеһенә өлгөлө апай, ә ата-әсәһенә ысын терәк-таяныс булып үҫте.

1992 йылда Таулыҡай урта мәктәбен тик бишле билдәләренә генә тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының журналистика һәм башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инде. 1997 йылда юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлап, журналист һөнәренә эйә булды.

Хеҙмәт юлын Сибай ҡалаһында “Атайсал” гәзитендә ябай хәбәрсе булып башланы. 18 йыл ғүмерен ошо гәзит менән бәйләп, яуаплы сәркәтип вазифаһына күтәрелде. Артабан уны яҙмыш студент йылдары үткән Өфөгә кире алып килде, өс йыл дауамында “Башҡортостан ҡыҙы” журналында эшләне. 2018 йылдан “Башҡортостан” гәзитендә мәғариф бүлеген етәкләй. Тырыш, намыҫлы хеҙмәте, һөнәренә тоғролоғо өсөн ул бик күп Почет грамоталарына, ә 2024 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды.

Гөлдәр Әхәт ҡыҙы студент йылдарында үҙенең буласаҡ тормош юлдашын осратып, 5-се курста уҡығанда ғаилә ҡорҙолар. Кейәүебеҙ, еҙнәйебеҙ, олатайыбыҙ Яҡшығолов Айтуған Динислам улы – хоҡуҡ һаҡлау органдары ветераны. Бөгөн ул күсемһеҙ милек һатыу өлкәһендә уңышлы эшләй. Уларҙың татыу ғаиләһендә ике ҡыҙ үҫә. Быйыл Зөбәржәт – Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын, ә Фирүзә Өфөлә финанс университетын тамамлай.

Аҡыллы, уңған, алсаҡ, һәр эшкә маһир ҡәҙерлебеҙ шул тиклем туған йәнле. Оло апай булараҡ, барыбыҙға ла иғтибарын еткереп, күңел йылыһын өләшеп йәшәй. Байрамдарҙа, ял көндәрендә уларҙың өйөнән кеше өҙөлмәй. Барыбыҙҙы ла бергә туплап, килгән һәр кемгә асыҡ йөҙ, йылы һүҙ, мул табын артында урын табыла уларҙа. Бының өсөн беҙ күң күңелле, ихлас, яҡты йөҙлө, матур һүҙле туғаныбыҙға һәм, әлбиттә, хөрмәтле кейәүебеҙ, еҙнәйебеҙ, бажабыҙ, олатайыбыҙ Айтуған Динислам улына ла ҙур рәхмәтлебеҙ. Артабан да шулай ҡотло йортоғоҙҙа нур уйнап торһон, бәрәкәтле нигеҙҙә бәхетле, тиң-тигеҙ, оҙон ғүмер кисерергә насип булһын һеҙгә. Зөбәржәт менән Фирүзәнең тик шатлыҡ-ҡыуаныстарын, ҡәҙер-хөрмәтен күреп, уңыштарына һөйөнөп йәшәргә яҙһын.

Ҡәҙерле Гөлдәр ҡыҙым, һөйөклө туғаныбыҙ! Һиңә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы, бөтмәҫ-төкәнмәҫ бәхет-шатлыҡтар, яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ. Тормошоң тик  сағыу буяуҙарҙан торһон, барлыҡ изге уй-хыялдарың тормошҡа ашһын! Артабан да бергә-бергә сәләмәтлектә, бәхеттә, шатлыҡ-ҡыуаныста ғына йәшәргә яҙһын!

Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,

Ҡылған эшең — бары изгелек.

Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,

Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.

Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар

Килһен һиңә ҡояш, нур булып.

Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,

Ҡыуаныстар килһен урғылып!

Иң изге теләктәр менән - әсәйең, ағайың, еңгәйең, һеңлеләрең, кейәүҙәрең, уларҙың балалары.

Юбилейың менән, ҡәҙерлебеҙ!
Юбилейың менән, ҡәҙерлебеҙ!
Юбилейың менән, ҡәҙерлебеҙ!
Юбилейың менән, ҡәҙерлебеҙ!
Юбилейың менән, ҡәҙерлебеҙ!
Юбилейың менән, ҡәҙерлебеҙ!
Юбилейың менән, ҡәҙерлебеҙ!
Юбилейың менән, ҡәҙерлебеҙ!
Юбилейың менән, ҡәҙерлебеҙ!
Юбилейың менән, ҡәҙерлебеҙ!
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас