Ғаилә йылы
10 Апрель 2025, 14:15

Ҡыҫтыбый бешерәйек

Иртәгә йома көнө  яҡындарыбыҙҙы тәмле ҡыҫтыбый бешереп ҡыуандырайыҡ

Ҡыҫтыбый бешерәйекҠыҫтыбый бешерәйек
Ҡыҫтыбый бешерәйек

Был рецепт менән әҙерләнгән ҡыҫтыбый тәмле лә, йомшаҡ та килеп сыға. Ҡамыр өсөн 1 йомортҡа, 1 стакан һөт, 1/3 стакан шыйыҡ май, 2 аш ҡалағы магазин ҡаймағы, 2 аш ҡалағы иретелгән аҡ май һәм самалап тоҙ, он кәрәк. Йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ.  Ҡамырҙы баҫҡандан һуң, бер сәғәттәй йылыла тотһаң, ул еңел йәйелә. Йәймәләрҙе майһыҙ табала ике яғын әйләндереп бешереп алғас, эсенә йә иҙелгән картуф, йә бешкән тары ярмаһы һалып ҡапларға мөмкин. Тыш яғын иретелгән аҡ май менән майлаһағыҙ, тағы ла тәмлерәк булыр. Ашығыҙ тәмле булһын!

Ҡыҫтыбый бешерәйек
Ҡыҫтыбый бешерәйек
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас