Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
19 Февраль 2025, 08:06

Яугирҙәрҙе фәрештәләй ҡурсыр өсөн

...

Темәс ауыл мәҙәниәт йортонда «Һаҡлаусы Фәрештә” ирекмәндәр штабының бүлексәһе эш башланы. Уны асыу инициативаһын Темәс ауыл биләмәһе депутаты Фәнүзә Йосопова тәҡдим итте. Сөнки гуманитар ярҙамдың өй шарттарында йыйылыуы төрлө проблемалар тыуҙырыуы тураһында уға, депутат булараҡ, күп мөрәжәғәттәр килгән. Фәнүзә Абдрахман ҡыҙы ирекмәнлек эшен күптән алып барған “Һаҡлаусы Фәрештә” штабының етәксеһе Гөлназ Хафизоваға, унан район етәкселегенә мөрәжәғәт итте. Был изге эшкә район башлығы Азамат Иҙрисов, уның урынбаҫары Азат шәрипов, Темәс ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолова булышлыҡ итте. Уларҙың барыһына ла биләмә халҡы исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. «Һаҡлаусы Фәрештә” штабының бүлексәһен асыу тантанаһында шулай уҡ “Темәс” тарихи-мәҙәни үҙәге, китапхана, мәктәп уҡыусылары, музыка мәктәбе ҡатнашты. Сарала иң әүҙем ирекмәндәр билдәләнде. шулай уҡ яраланып, ялға ҡайтҡан яугирҙәр ҙә бүләкләнде. Беренселәрҙән булып яңы бүлексәгә Марат Ирназаров гуманитар ярҙам килтерҙе. Ул – махсус хәрби операцияла һәләк булған ил батырының атаһы. шулай уҡ штаб асылған көндө күптәр гуманитар ярҙам алып килде. Һәр ҡатнашыусы киләсәк еңеүгә үҙ өлөшөн индереүен аңланы. Тантананың абруйлы ҡунаҡтары Азат шәрипов, район Советы депутаты, «Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһы рәйесе урынбаҫары, яугир Данис Аслаев, штаб координаторы Миңлегөл Ҡоланбаева иң изге теләктәрен еткереп, яугирҙәребеҙҙең имен-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләне. “Һаҡлаусы Фәрештә” штабы асылыу менән ирекмәндәр тағы ла нығыраҡ әүҙемләште. Гүзәл Виситаева һәм Әлфиә Бикбирҙина яугирҙәргә тушенка әҙерләргә тәҡдим итте. Ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолова изге ниәтте күтәреп алды. Был мөһим эштең бағыусыһы Иҙел Ситдыҡов йылҡы һуйып бирҙе. “Арғымаҡ” кафеһы хужабикәһе Нурия Ситдыҡова ирекмәндәргә тушенка әҙерләү өсөн бар шарттар булдырҙы. Альмира Халиҡова, Фирҙәүес Ишмәтова, Нәзилә Яхина, Розалия Аскерова, Фирүзә Маркова, Миңзифа Низамова, Мәҙинә Сейсембина, Зәйтүнә Нурмөхәмәтова, Римма Ҡасимова, Гүзәл Яманғолова, Дилә Нурғәлина, Альбина Дәүләтбаева, Лариса Артыҡаева, Зилә Яҫыбаева, Ишһылыу Вәлишина, Альбина Ғарифуллина, Миңһылыу Ғәзизова, Зилә Сәфәрғәлиева, Венера Ирназарова, Алһыу Ҡасимова, Гөлшат Сөләймәнова, Гөлнара Искәнйәрова, Әлфиә Бикбирҙина бер көн эсендә 160 банка тушенка һәм 17 кг ҡаҙы әҙерләне. Был изге эштә МХО-ла батырҙарса һәләк булған Рәсүл Ғәниевтың ҡатыны Луиза ла ҡатнашты.

Темәстә ял көндәрендә Ватан алдындағы бурысын үтәгәндә һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә саңғы ярышы ойошторолдо. Сараны ойоштороусы һәм бағыусы булып “Һаҡлаусы Фәрештә” штабы ирекмәндәре, һәләк булған геройҙарҙың туғандары һәм яҡындары, “Темәс” тарихи-мәҙәни үҙәге, ауыл китапханаһы сығыш яһаны. Ярышта ауыл халҡы, балалар, шулай уҡ башҡа райондарҙан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты. Сараның икенсе өлөшө мәсеттә үтте, унда яугирҙәр рухына аят уҡынылар. шунда уҡ яугирҙәрҙең яҡындары өсөн сәй эсеү ойошторолдо. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата Темәс ауыл биләмәһендә көн дә тиерлек матур саралар үтә. Иң мөһиме, еңеү яуланып, яугирҙәребеҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын.

Марат ӘҮӘЛБАеВ, “Темәс” тарихи-мәҙәни үҙәге мөдире.

Автор:
Читайте нас