«Әкиәт» балалар баҡсаһында кескәйҙәр һәм ата - әсәләр ҡатнашлығында төрлө саралар йыш үтә. Шуларҙың береһе - «Күңелле старттар» тип исемләнгән спорт уйыны. Ул Ғаилә йылын ябыуға арналды. Ярышта өлкән төркөмдәгеләр һәм уларҙың ата -әсәләре ҡатнашты. Бәйгене физкультура буйынса инструктор Гөлнара Яркинбаева бик күңелле итеп үткәрҙе. Бөтәһе дүрт ғаилә етеҙлектә, сослоҡта, отҡоролоҡта көс һынашты. Бала, атай, әсәй төрлө эстафеталарҙа ярышты, физик күнекмәләр эшләне.
Көсөргәнешле лә, сәмле лә ярыш һөҙөмтәләре буйынса Гран-приға Түвәнәевтар ғаиләһе, беренсе урынға - Ишутовтар, береш мәрәй йыйған Щербаневтар һәм Әхмәтшиндар ғаиләләре икенсе урынды бүлеште. Еңеүселәргә балалар баҡсаһы мөдире Альбина Исаева изге теләктәрен һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Бындай ярыштар, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалап ҡына ҡалмай, ә ғаилә-ара мөнәсәбәттәрҙе яҡынайтыу яғынан да әһәмиәтле.
Гөлирә Йосопова, «Әкиәт» балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе.