Ғаилә йылы
27 Декабрь 2024, 04:45

Ике кинйә ҡорған ғаилә

“Икеһе лә кинйә бит, йәшәй алмаҫтар ул”, - тип шикләнеп ҡарайҙар уларға туй ваҡытында уҡ. Килендең ата-әсәһе юҡ, етем бала, донъя көтөргә һәләте бармы икән, тип икеләнеүселәр ҙә табыла. Сәйғәфәр ауылынан Гөлйемеш менән Мирза Әбилевтар үҙҙәренә һынап ҡарағандарҙың барыһына ла кинйәләрҙең дә бынамын итеп донъя көтә алғандарын иҫбат итеп, утыҙ һигеҙ йыл бергә матур ғүмер итә...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

“Икеһе лә кинйә бит, йәшәй алмаҫтар ул”, - тип шикләнеп ҡарайҙар уларға туй ваҡытында уҡ. Килендең ата-әсәһе юҡ, етем бала, донъя көтөргә һәләте бармы икән, тип икеләнеүселәр ҙә табыла. Сәйғәфәр ауылынан Гөлйемеш менән Мирза Әбилевтар үҙҙәренә һынап ҡарағандарҙың барыһына ла кинйәләрҙең дә бынамын итеп донъя көтә алғандарын иҫбат итеп, утыҙ һигеҙ йыл бергә матур ғүмер итә.

Гөлйемеш Ғөбәйҙулла ҡыҙы - Йылайыр районының йәмле Һынташ ауылы ҡыҙы. Күмәк балалы ғаиләлә иң бәләкәсе булып донъяға килә. Атайҙары иртә генә донъя ҡуя. Әсәйҙәре ауырыу сәбәпле, бөтә хужалыҡ кәрәк-яраҡтарын башҡарыу балалар иңенә төшә. Шуға ла улар донъя көтөү серен бала саҡтан татып үҫә.

- Ата-әсәйем булмағанға күрә, ҡайным Нурислам менән ҡәйнәм  Өмөнур мине эскә ныҡ тартты, кеше алдында бер ҙә кәм-хур итмәнеләр. Белмәгәнемде өйрәттеләр, кәңәштәрен биреп, беҙҙең ғаиләбеҙгә һәр саҡ ныҡлы терәк булдылар, - тине Гөлйемеш Әбилева. – Аллаға шөкөр, тормош иптәшемде һайлағанда яңылышмағанмын. Мирза минең өсөн - яратҡан ир, балаларыма - ышаныслы терәк булһа, ата-әсәһен хөрмәтләгән тоғро ул ине.

Мирза Нурислам улы “Баймаҡ” совхозының Комсомол бүлексәһендә утыҙ йылға яҡын - механизатор, ә Гөлйемеш Ғөбәйҙулла ҡыҙы бүлексәнең ашханаһында ашнаҡсы булып эшләгән. Совхоз тарҡалғас, күптәр алдында, артабан нисек йәшәргә, тигән һорау килеп тыуа. Һөҙөмтәлә Әбилевтарҙың эшсән ҡулдары артабан аптырауға ҡала. Ләкин улар оҙаҡ уйлап тормай, туғандары менән кәңәшләшеп, “Һаҡмар” кооперативын булдырырға ҡарар итә. Ауыл халҡының үҙҙәре етештергән продукцияһын һатыуға сығарыуҙы ойоштороу маҡсатын күҙ уңында тоталар. Һөҙөмтәлә Әбилевтар 2015 йылда эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлай. Комбайн, “Т - 4” һәм өс “Беларусь” тракторы, иген сәсеү-урыу ҡоролмалары һатып алалар. Тәүге йылдары 100 гектарҙа иген үҫтереп алһалар, һуңынан уның майҙанын 250 гектарға еткерәләр.  

Тап шул йылдарҙа “Башҡортостан Республикаһында агросәнәғәт комплексында табышты арттырыу проекттарын яҡлау” программаһы старт ала. “Һаҡмар” кооперативы ла бизнес проекты әҙерләп тапшыра. Һөҙөмтәлә улар дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшә һәм дәртләнеп эшкә керешә. Эшмәкәрлектәре өсөн ҡулай булған элекке МТМ гаражының бинаһын һатып алып ремонтлайҙар. Санэпидемстанция талабы буйынса цехҡа электр энергияһы үткәрәләр, ҡоҙоҡ ҡаҙҙыралар, эсәр һыу һәм канализация селтәре һуҙалар. Утын менән яғылған универсаль мейес ултырталар. 300 килограм ит һыйҙырышлы һыуытҡыс, ит киҫә торған таҫмалы бысҡы, ит турағыс, фарш болғағыс, билмән эшләүсе ҡоролма, он иләгес, вакуумлы ҡаптар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алалар. Тырышлыҡтарының һөҙөмтәһен күрһәтеп, улар цехта билмән, манты, голубцы, тефтель, кәтлит ярымфабрикаттары эшләй башлайҙар. Ҡаҙы менән тултырманы әйтеп тораһы ла түгел. Улар шунда уҡ һатылып бөтә. Әйткәндәй, “Һаҡмар” кооперативында етештерелгән продукция урындағы магазинға һатыуға сығарыла. Шулай уҡ Гөлйемеш Ғөбәйҙулла ҡыҙының тыуған ауылы Һынташтың өс сауҙа нөктәһенә ебәрелә.

- Көнөнә яҡынса 40-50 килограм продукция әҙерләйбеҙ, шуларҙың бөтәһе лә китә, иртәгеһе көнгә ҡалмай, - тине Гөлйемеш Әбилева. -  Беҙҙең ярымфабрикаттарға һорау ҙур, заказдар буйынса ла эшләйбеҙ. Туйҙарға, юбилейҙарға, аяттарға күпләп алалар. Барлыҡ продукция өсөн сеймалды үҙебеҙ әҙерләйбеҙ. Шуның өсөн йылҡы һәм һыйыр малын үрсетәбеҙ. Кәрәк булған осраҡта кооператив ағзаларынан һатып алабыҙ. Пайсыларға ваҡытында эш хаҡын түләп барабыҙ. Кәрәк тип тапһалар, игенен дә, бесәнен дә, һаламын да бирәбеҙ.

Бөгөн Әбилевтар эшҡыуарлыҡ менән менән бергә гөрләтеп донъяларын да көтөргә өлгөрә. Ҡура тултырып мал аҫрайҙар, ҡош-ҡорт үҫтерәләр, баҡса тәрбиәләйҙәр. Бер-бер артлы ғүмер бүләк иткән балаларының шатлыҡ-ҡыуаныстарына һөйөнөп йәшәйҙәр. Ҡыҙҙары Яҙгөл менән кейәүҙәре Рөстәм бөгөн Сибай ҡалаһында йәшәй. Улар ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләй. Улдары Айгизәр һәм килендәре Зөлфиә Баймаҡта төпләнгән, бер ҡыҙ һәм бер ул үҫтерәләр. Улдары Айнур һәм килендәре Лилиә донъяларын Өфө ҡалаһында ҡорған, бер ҡыҙға ғүмер бүләк иткәндәр. Улдары Әлмир ошо көндәрҙә хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтыуын көтәләр. Кинйәләре Әлфир Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында уҡый.

Бөгөн Гөлйемеш менән Мирза Әбилевтар хеҙмәттән йәм табып, балаларының һәм ейән-ейәнсәрҙәренең һөйөүенә төрөнөп йәшәгән бәхетле ғаилә, тип ышаныслы әйтә алабыҙ. 

Лилиә ТАКАЕВА.

Ике кинйә ҡорған ғаилә
Ике кинйә ҡорған ғаилә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас