Икеһе улар – бер бөтөн
Уларҙың икеһе лә шундай бай рухлы, асыҡ күңелле кеше. Башҡалар хаҡында тик матур һүҙҙәрен генә әйтеп, изге уй-теләктәрен белдерәләр. Бәлки, шуғалыр ҙа, халыҡ уларға ылығып ҡына тора. Бөгөн ҡайһы берәүҙәрҙең йөрәктәре генә түгел, йорт-ҡапҡалары ла бикле заманда, уларҙың ҡот уйнап торған өйҙәренән кеше өҙөлмәй. Үҙҙәре лә ҡунаҡ килгәнен ярата. Һүҙебеҙ - Йәнйегет ауылының абруйлы ғаиләләренең береһе Мәүлиха һәм Буранбай Ҡаһармановтар хаҡында.
- Әбделкәрим ауылынан Йәнйегеткә татыу, матур ғаиләгә килен булып төштөм, - тине Мәүлиха апай. - Ҡайным менән ҡәйнәм дә эш яратҡан, егәрле кешеләр булды. Икеһе лә оҙаҡ йылдар малсылыҡта эшләне. Беҙ ҙә шул юлдан киттек. Һайлаған юлыбыҙҙан киткәнгә бер ҙә үкенгәнебеҙ булманы.
Ысынлап та, Мәүлиха Шаһивәли ҡыҙы һәм Буранбай Әхмәҙиә улы – ауылдың абруй ҡаҙанған хеҙмәт ветерандары. Хужабикә утыҙ биш йыл һауынсы, ә ғаилә башлығы ҡырҡ йылдан ашыу көтөүсе булып эшләгән.
- Фермала иртәле-кисле ҡырҡтан ашыу һыйыр һауа инек, - тине Мәүлиха Ҡаһарманова. – Балаларға тейешле тәрбиә биреп үҫтереү өсөн үҙебеҙҙең ҡурала ун ике һыйыр көттөк. Уларҙың һөтөн эшкәртеп, Сибай ҡалаһына барып, һата һалып, кискә тағы ла һауынға сыға торғайныҡ. Йәйгеһен бөтә ғаилә менән йәйләүгә күсенә инек. Еңелдән булманы, ҡайһы ваҡыт барлыҡ эштәрҙе ҡул көсө менән башҡарған саҡтар ҙа булды. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бер кем зарланманы, киреһенсә, күңел күтәренкелеге менән эшләнек. Ләкин үҙебеҙ өй һалып сыҡһаҡ, бер көн дә фермала тормайым, тигән һүҙем бар ине. Йортобоҙға күсеп сығыу менән эшемде ташлап, урындағы фельшер-акушерлыҡ пунктына йыйыштырыусы булып сыҡтым. Тормош иптәшем йылҡы көткән сағында бейә һауырға йөрөнөм, ҡымыҙ бештем.
Ысынлап та, Ҡаһармановтар һоҡланғыс ғаилә. Матур итеп көткән донъялары балҡып ултыра, ҡот уйнай. Ғаиләне бәйләп, бер-бер артлы өс бала донъяға килгән. Уларҙың барыһы ла юғары белем алып, бөгөн тормошта үҙ урындарын табып, ғаиләләрен булдырған. Хужаларҙың үҙҙәре әйтмешләй, өйрәнелгән ғәҙәттәре буйынса, йыл да иллеләп ҡаҙ, бройлер алып көтәләр. Иш янына ҡуш булһын, тип гөрләтеп баҡсаһын да үҫтерәләр. Йәшелсә-емештәрҙән ҡайнатмаһын да, һутын да, турамаһын да әҙерләйҙәр.
Мәүлиха апайҙың шундай уңғанлығын, бөтмөрлөгөн күрһәткән тағы ла бер шәп һыҙатын яҙып үтмәй булмай. Ул шундай тәмле итеп ҡомалаҡ икмәктәре, төрлө бәлештәр бешерә. Аяттарға, ҡунаҡтарға, тип һораусыларҙың үтенесен кире ҡаҡмай, тиҙ генә заказдарын үтәп тә ҡуя. Ә инде Буранбай ағайҙың йор һүҙҙәре ауылда лаҡап булып, телдән-телгә күсеп йөрөй.
- Балалар үҫкән ваҡыт шул ҡәҙәр ауыр заманға тура килде, эш хаҡын да ала алмаған саҡтар бар ине, - тине уңған хужабикә. – Ярты йылға, бер йылға йөҙәр һум ғына бирә торғайнылар. Ярай ҙа балаларыбыҙ уңған булды. Хеҙмәтте яратып, эш рәтен белеп, бер-береһенә терәк булып үҫтеләр. Бөгөн дә улар шулай. Ярҙамдарынан ташламайҙар.
Ҡаһармановтар - балаларының шатлыҡтарына һөйөнөп, уңыштарына ҡыуанып йәшәгән бәхетле өләсәй менән ҡартатай.
Лилиә ТАКАЕВА.