Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
27 Декабрь 2024, 11:30

Эш, тип уҙған ғүмер...

- Бар ғүмерем эш менән үтте инде. Бер ваҡытта ла эштән ҡурҡҡаным булманы, - тип әңгәмәне башланы Абдрахман ауылынан Рәйсә Яхина. – Ярай ҙа тыл минең ныҡ ине, донъяны ҡәйнәмдәр көттө, балаларҙы ла ҡаранылар. Шуның өсөн дә заманында данлыҡлы булып һаналған “Йылайыр” совхозының билдәле комбайнеры, ҡайнағам Риза Яхин кеүектәр менән ярышып, күмәк хужалыҡты күтәреү өсөн ең һыҙғанып эшләнек. Хөкүмәткә рәхмәт, лайыҡлы баһаһын да бирҙе. Орден, миҙалдарын да алдым, пенсиям да юғары...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Эш, тип уҙған ғүмер...

- Бар ғүмерем эш менән үтте инде. Бер ваҡытта ла эштән ҡурҡҡаным булманы, - тип әңгәмәне башланы Абдрахман ауылынан Рәйсә Яхина. – Ярай ҙа тыл минең ныҡ ине, донъяны ҡәйнәмдәр көттө, балаларҙы ла ҡаранылар. Шуның өсөн дә заманында данлыҡлы булып һаналған “Йылайыр” совхозының билдәле комбайнеры, ҡайнағам Риза Яхин кеүектәр менән ярышып, күмәк хужалыҡты күтәреү өсөн ең һыҙғанып эшләнек. Хөкүмәткә рәхмәт, лайыҡлы баһаһын да бирҙе. Орден, миҙалдарын да алдым, пенсиям да юғары.

Ысынлап та, Рәйсә апай Яхина ғүмеренең 40 йылын яратҡан эшенә бағышлай. Ваҡытында 60-70 һыйыр һауған саҡтары ла була. Алдынғылыҡты бирмәйем, тип ярышып эшләгән һауынсының фотоһы “Сибай” совхозының Почет таҡтаһынан төшмәй. Кәрешкә ауылында тыуып үҫкән ҡыҙҙың тырышлығын, бөтмөрлөгөн күреп, ун туғыҙ йәшендә үк район Советына депутат итеп һайлайҙар. Дөйөмләштереп әйткәндә, ул өс тапҡыр – район, алты тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп күрһәтелә. Фиҙаҡәр хеҙмәте Ленин ордены, ВДНХ-ның бронза миҙалы һәм башҡа бик күп наградалар менән баһалана. 

Ғаилә башлығы Шаһибал ағай ҙа бар ғүмерен совхозға арнай. Ҡырҡ йылдан ашыу хеҙмәт стажы туплап хаҡлы ялға сыға. Йәйен ул комбайнда киң баҫыуҙарҙы гиҙеп, уңыш йыйһа, яҙлы-көҙлө ер һөрөп, сәсеүҙә ҡатнаша, бесән ташый. Бай тәжрибә туплаған механизаторға һәр ваҡыт яңы техниканы ышанып тапшыралар. Йәштәрҙең остазы булып та һанала.

Рәйсә һәм Шаһибал Яхиндарҙың ғаилә ҡороп йәшәүҙәренә 6 декабрҙә 55 йыл тулған. Ғаиләлә ике ҡыҙ һәм бер ул үҫә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Яхиндарға бала ҡайғыһын да кисерергә тура килә - улдары йәшләй генә вафат булып ҡала. Гөлнур һәм Гөлнара ҡыҙҙары ғаилә ҡороп, матур итеп донъя көтәләр, балалар үҫтерәләр. Яхиндар бөгөн һигеҙ ейән-ейәнсәр һөйгән бәхетле өләсәй һәм ҡартатай.

- Бергә бәхетле ғүмер итеүҙең сере - бер-береңде ихтирам итеп, аңлашып йәшәүҙә, - тине Шаһибал ағай. – Икебеҙ ҙә эшләнек. Беребеҙ өлгөрмәһә, икенсебеҙ ярҙамға килергә әҙер булдыҡ. Бер совхоз булһа ла, икебеҙ ике яҡта эшләнек. Ул - малсылыҡ, мин баҫыусылыҡ тармағында. Күп осраҡта бер-беребеҙҙе күрмәй ҙә торғайныҡ. Йәй етер-етмәҫтән ҡатыным һөтсөлөк фермаһы менән йәйләүгә сығып китә, ҡара көҙ етмәйенсә ҡайтып инмәй торғайны. Минең дә ғүмерем эш өҫтөндә үтте. Балаларҙың да үҫкәнен күрмәгәнбеҙ, һиҙмәгәнбеҙ. Күҙ асып йомған арала ғына уҙған икән ул ғүмер.

Яхиндарҙың гөрләтеп көткән донъяларында ҡот уйнай, ихласлыҡ, йылылыҡ бөркөлә. Кәртә тулы мал, ҡош-ҡорт көтәләр. Баҡсаһын да үҫтерәләр. Йәй айҙары ихата алды шау сәскәгә күмелә. Бөгөн дә уларҙың йөҙөндә бер-береһенә ҡарата булған һөйөү хисен күрергә була. Бәхетле, тигеҙ ҡартлыҡ кисерергә яҙһын, тип тап бына шундай ғаиләләргә ҡарап әйтәләр ҙә инде.

Лилиә ТАКАЕВА.

Эш, тип уҙған ғүмер...
Эш, тип уҙған ғүмер...
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас