Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Ғаилә йылы
18 Декабря 2024, 10:45

Террористик хәүефтән һаҡлау мәсьәләләре тикшерелде

Диверсиянан һаҡланыуҙы ойоштороуҙа тейешле методик ярҙам күрһәтеү һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса сараларҙың үтәлешен контролдә тотоу өсөн республика Хөкүмәте аппараты составында профилле департамент булдырылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика йортонда төбәктең оператив штабы ултырышын үткәрҙе. Унда республиканың профилле министрлыҡтары һәм ведомстволары, оператив хеҙмәттәр һәм көс структуралары етәкселәре, шулай уҡ Башҡортостан предприятиелары вәкилдәре ҡатнашты. Көн тәртибендә төбәктең инфраструктура һәм сәнәғәт объекттарын террористик хәүефтән һаҡлауҙы тәьмин итеү мәсьәләләре торҙо.

Йыл дауамында оператив штабтың эше барышында МХО шарттарында республиканың критик инфраструктура объекттарын комплекслы һаҡлауҙы ойоштороу системаһы төҙөлдө. Оператив штаб пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында диверсия-террор акттарын башҡарыу ихтималлығы булған объекттар исемлеген билдәләне. Рәсәйҙең Оборона министрлығы һәм Сәнәғәт министрлығы тәҡдимдәренә ярашлы, предприятиелар пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменән һаҡлауҙы ойоштороу буйынса юл карталарын әҙерләне.

«Диверсиянан һаҡланыуҙы ойоштороуҙа тейешле методик ярҙам күрһәтеү һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса сараларҙың үтәлешен контролдә тотоу өсөн республика Хөкүмәте аппараты составында профилле департамент булдырылды, — тине Радий Хәбиров. — Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡарамағында БПЛА-ны мониторинглау үҙәге ойошторолдо».

Ултырышта ҡатнашыусылар инфраструктура һәм сәнәғәт объекттарын һаҡлауҙың өҫтәмә сараларын тикшерҙе, шулай уҡ террористик хәүефтәргә яуап биреү буйынса ведомство-ара эш итеү тәртибен билдәләне.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас