Һаҡмар
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
14 Декабрь , 15:30

Суд ҡыҙҙы ғәйепле тип таныны

Ул мәктәпткә һөжүм итеү буйынса эҙмә-эҙлекле план төҙөгән

Суд ҡыҙҙы ғәйепле тип таныны
Суд ҡыҙҙы ғәйепле тип таныны

Өфөнән үҫмер ҡыҙ, класташтарына асыуланып, Рәсәйҙә тыйылған «Колумбайн» хәрәкәте сафына баҫа. Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, ҡыҙыҡай социаль селтәрҙә «скулшутинг»ка (мәктәп уҡыусыларына ҡарата ҡораллы һөжүм, School Shooting – «мәктәп атышы») арналған ябыҡ төркөмдәрҙә даими торған, белем усаҡтарында кеше үлтереүҙәрҙе аҡлаған һәм әүҙем эш итергә саҡырған. Хатта мәктәптәрҙең береһенә һөжүм итеү буйынса эҙмә-эҙлекле план төҙөгән, нисек ҡорал һатып аласағын һәм ҡулланасағын яҙған. «Мин күп нәмәгә һәләтлемен. Мин шуның өсөн тәғәйенләнгәнмен», – тип яҙған ул үҙенең көндәлегендә. Бәхеткә күрә, уның пландары ваҡытында асыҡланған.

Асыҡтан-асыҡ теракттарға саҡырған, терроризмды аҡлаған һәм пропагандалаған өсөн суд ҡыҙҙы ғәйепле тип таныны һәм 5 йыл да 6 айға тәрбиә колонияһына ебәреү тураһында хөкөм ҡарары сығарҙы.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: