Тыуған ерҙән көс алып
Әнейе уны күҙ ҡараһындай күреп, яратып: “бәпкәм”, яҡындары “апайым”, ауылдаштары “беҙҙең Луиза”, хеҙмәттәштәре: ”Луиза Ҡаһарман ҡыҙы” тип өҙөлөп торған Луиза Дәүләтшина – Ишбирҙе ауылы ҡыҙы. Уның исеме районда ғына түгел, республикала ла киң билдәле.
Луиза Дәүләтшина 1957 йылдың 31 ғинуарында Хәмиҙә һәм Ҡаһарман Юнысовтар ғаиләһендә күмәк малайҙар араһында берҙән-бер ҡыҙ бала булып донъяға ауаз һала. 1975 йылда ул Сибай педагогия училищеһын тамамлағас, тыуған ауылында уҡытыусы булараҡ хеҙмәт юлын башлай. География фәненән балаларға белем бирә. Был осорҙа Луиза Ҡаһарман ҡыҙы менән Ғүмәр Ишбулды улы ғаилә ҡороп өлгөрә. Тағы ла бейегерәк үрҙәргә ынтылған йәш белгестәр бер аҙҙан Баймаҡ ҡалаһына күсенә. Луиза Ҡаһарман ҡыҙы тәүҙә Пионерҙар йортонда - директор, һуңынан район мәғариф бүлегендә методист булып эшләй. Артабан хаҡлы ялға сыҡҡанға ҡәҙәр район үҙәкләштерелгән китапхананы етәкләй. Ләкин шул арауыҡ эсендә өс йыл район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы булып та эшләп өлгөрә.
Бала саҡтан уҡытыусы булырға хыялланған Луиза Ҡаһарман ҡыҙы, ҡарашын үҙгәртеп, китапханаға эшкә килһә лә, ул үҙ юлынан тайпылмай. Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын уңышлы тамамлап, китаптар донъяһына сума. Бында уны тағы ла ҙурыраҡ, мөһимерәк, яуаплыраҡ донъя ҡолас йәйеп ҡаршы ала. Беҙҙең Луиза апайыбыҙ уҡыусылар менән генә түгел, йәштәр, ололар менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырып, уларға мәҙәни-аң белем таратыу өсөн башкөллө эшкә сума. Был осорҙа Баймаҡ районының үҙәкләштерелгән китапханаһы республикала бер нисә тапҡыр “Иң яҡшы китапхана”, ә хеҙмәткәрҙәре “Иң яҡшы китапханасы” исемдәренә лайыҡ була.
- Мин ғүмер буйы ҡул аҫтымда булған хеҙмәткәрҙәр эшкә ҡыуанып килһен, юғары хеҙмәт өлгөһө күрһәтеп, һуңынан өйҙәренә атлығып ҡайтырға тейеш, тигән маҡсат ҡуйып эшләнем, - тине Луиза Дәүләтшина. – Яҡшы кәйеф, көр күңел үҙ емешен бирмәй ҡалмай. Быларҙың барыһы ла маҡсатҡа өлгәшергә тура юл күрһәтә.
Ысынлап та, беҙҙең Луиза апай тырыш, эшһөйәр коллектив тупларға өлгәшә. Уға илле туғыҙ китапхананы берләштереп, йөҙҙән ашыу хеҙмәткәр менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләргә тура килә. Бөгөн дә ул мәҙәни усаҡтар үҙ йүнәлешен һаҡлап ҡала алған. Китапханасылар ауыл халҡы менән тығыҙ бәйләнеш булдырып, йәмәғәт тормошонда әүҙем эш алып бара. Луиза Ҡаһарман ҡыҙының фиҙаҡәр хеҙмәте “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем, Рабиға Ҡушаеваның “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы һәм бик күп юғары наградалар, Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән баһалана.
Луиза Ҡаһарман ҡыҙы оҙайлы йылдар район ҡатын-ҡыҙҙар советын да етәкләй. Бер үк ваҡытта республика ҡатын-ҡыҙҙар союзының президиум ағзаһы ла булып тора. Гүзәл заттарҙың тормошон яҡшыртыу, уларҙың килеп тыуған проблемаларын хәл итеү йәһәтенән районда ғәйәт ҙур эштәр алып бара. Ҡатын-ҡыҙҙар советының тынғыһыҙ һәм маҡсатлы, эҙмә-эҙлекле эш алып барыу һөҙөмтәһендә тиҫтәләгән ғаилә һаҡланып ҡалына, күптәр “йәшел йылан” ауынан ҡотола, балалар үҙ ғаиләһендә бәхетле ғүмер кисерә. Оҙайлы йылдар ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләгән осорҙа уға күп кенә тетрәндергес тормош хәл-ваҡиғаларына шаһит булырға тура килә. Шундай ысынбарлыҡта булған хәл-ваҡиғаларҙың береһе нигеҙендә Луиза Дәүләтшина “Үлемтек һандығы” тип аталған хикәйәһен яҙа. Башҡаларға фәһем булһын, тигән маҡсатта аҡ ҡағыҙға төшкән әҫәр бөгөн күптәрҙең яратып уҡыған әҫәренә әйләнгән.
Яҡташтарының ғаилә берҙәмлеге өсөн бар тырышлығын һалған Луиза Ҡаһарман ҡыҙының күпме йоҡоһоҙ төндәр, тынғыһыҙ көндәр уҙғарғанын ул үҙе һәм ғаиләһе генә беләлер.
Ғаилә башлығы Ғүмәр Ишбулды улы ла лайыҡлы ғүмер юлы үтә. Ул йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан, арҙаҡлы шәхестәр тәрбиәләгән Икенсе Этҡол ауылында күмәк балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Сибай педагогия училищеһын тамамлай. Тәүге һөнәри белемен артабан камиллаштырып, Баймаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығына эшкә килә. Тәүҙә прораб, һуңынан мастер булып хеҙмәт итә һәм ошо предприятиенан хаҡлы ялға сыға. Уның тынғыһыҙ хеҙмәте республика Хөкүмәтенең, район хакимиәтенең, үҙе эшләгән “Башкиравтодор” йәмғиәтенең Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән баһалана.
Ғүмәр Дәүләтшин – ижад кешеһе. Ул бөгөн тиҫтәләгән һүрәттәр авторы.
- Тыуған яғыбыҙҙың тәбиғәтенә, йәнлектәр донъяһына ғашиҡмын, - тине рәссам. – Ғөмүмән, шундай мөғжизәле ерҙә йәшәйбеҙ. Бында ҡулдар, ирекһеҙҙән үҙенән-үҙе ҡылҡәләмгә үрелә. Дөрөҫ, бер генә картина өҫтөндә эшләү өсөн ярты йыллап ваҡыт талап ителә. Ләкин уның һөҙөмтәһен күреү – әйтеп бөткөһөҙ ҡәнәғәтлелек бирә, көс-дәрт өҫтәй. Һүрәттәр өҫтөндә башлыса төндә эшләйем: тынлыҡ, буяуҙар һәм һин. Бындай осраҡта офоҡта ҡояш нурҙары ҡалҡҡанын да тоймайһың.
Ғүмәр Ишбулды улының тәүге картинаһында аҡҡоштар һүрәтләнә. Ғәҙәти, яп-ябай төҙөлөш өсөн ҡулланған буяҡтар ярҙамында тыуа ул. Ләкин артабан һүрәт яҙыу өсөн махсус тәғәйенләнештәге буяуҙарға күсә. Бөгөн улар ярҙамында Баймағыбыҙҙың гүзәл тәбиғәте, тыуған яғыбыҙҙың ҡабатланмаҫ мөғжизәле мәлдәре сағылыш таба. Уларҙың барыһы менән дә Ишбирҙе ауылы мәктәбендә ойошторолған күргәҙмәлә танышыу бәхете тейҙе. Был көндө ауыл халҡы үҙенең яратҡан ҡыҙы Луиза Ҡаһарман ҡыҙы һәм уның тормош иптәше Ғүмәр Ишбулды улы Дәүләтшиндар менән осрашыу уҙғарҙы. Китапханасы Гөлфиә Тләүсина алып барған кисә йылы аралашыуҙар, иҫтәлектәр, хәтирәләр менән бүлешеүҙәр һәм, әлбиттә, Дәүләтшиндар ғаиләһенә бағышланған йыр-моң менән бергә һуғарылып барҙы.
Ғүмәр Ишбулды улы тәү сиратта уҡыусылар менән осрашыу ваҡытында уларға һүрәт төшөрөү серҙәре менән уртаҡлашты, оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Эште нимәнән башларға, төҫтәрҙе дөрөҫ һайлау үҙенсәлектәре тураһындағы тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Уның ҡул аҫтында уҡыусылар аҡ ҡағыҙ битенә аяҙ күк йөҙөн, яҡты нурҙарын сәскән ҡояш, йәшел хәтфә ҡаплаған болон һәм мәғрүр ҡарағай һындарын төшөрҙө. Һөҙөмтә, ысынлап та, көтмәгәнсә килеп сыҡты. Уҡыусылар шундай матур тәбиғәт күренешен һынландырҙы. Иң яҡшы һүрәтте эшләгән Данияр Хәсәновҡа Ғүмәр Ишбулды улы бүләген тапшырҙы.
Сараны артабан Дәүләтшиндар ғаиләһе менән йылы осрашыуҙар, фекер алышыуҙар дауам итте.
“Һине тәүге тапҡыр осраттым мин
Китап кәштәләре янында.
Асмандағы моңһоу Ай шикелле,
Тып-тын баҫып торған сағыңда...”
Арҙаҡлы шәхесебеҙ, яҡташ шағирыбыҙ Абдулхаҡ Игебаевтың Луиза Ҡаһарман ҡыҙына арнап яҙған шиғырын урындағы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Сәлим Иҫәндәүләтов уҡып ишеттерҙе. Унда башҡорт ҡатын-ҡыҙының үҙенә генә хас һыҙаттарын билдәләп, бер ҡараһаң - сәскә кеүек һоҡланғыс нәзәкәтле лә, бер ҡараһаң - ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр, сабып барған атты туҡтатырҙай көслө ханымдың асылы, бар булмышы һүрәтләнә. Осрашыу барышында ла унда халҡыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас тыйнаҡлыҡ һыҙаттары күренде. Ысынлап та, Луиза Дәүләтшина бик тә рухлы ханым. Кем генә мөрәжәғәт итһә лә, һәр кемде асыҡ күңеле менән тыңлай белгәне, аҡыллы кәңәштәрен биргәне өсөн уны районда хөрмәт итәләр. Сығышында ла ул үҙе хаҡында түгел, ә күберәк ғаиләһе, ауылдаштарының һәр береһе тураһында матур һүҙҙәрен яңғыратты.
- Миңә күп осраҡта, ниңә ауылдаштарыңды маҡтай ҙа ултыраһың, араһында бер генә насар кеше лә юҡмы ни, тип һорайҙар, - тине ул. – Уларға һәр ваҡыт ныҡлы ышаныс менән: “Әлбиттә, юҡ”, - тип яуап бирәм. Ысынлап та, ауылдаштарымдың кемен генә алып ҡарама, һәр береһендә изгелек бөркөлә. Һәр берегеҙгә ышанырға, таянырға була. Тап шуның өсөн дә Ишбирҙелә тыуып үҫеүем менән ғорурланам.
Дәүләтшиндар ике бала тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙҙары Элиза Сибай хакимиәтендә эшләй, улдары Айҙар – юрист. Бөгөн улар ейән-ейәнсәрҙәрен һөйгән бәхетле өләсәй менән ҡартатай.
Осрашыу барышында Ғүмәр Ишбулды улына ауыл халҡы ҡыҙыҡһындырған күп һорауҙарын бирҙе.
- Тәүге һүрәттәремдә Ишбирҙе ауылының тәбиғәте сағылыш таба, - тине ул. – Уларҙа Ҡарағаслы морон, Түш тип аталған ерлектәр, Йылайыр йылғаһы һәм тәбиғәтебеҙҙең башҡа мөғжизәле ерҙәре һүрәтләнгән. Элегерәк ауылда халыҡ күпләп өй ҡаҙы көттө. Ә улар башҡа ҡоштар кеүек үк оса торғайны. Ишбирҙегә бер килгәнемдә шундай мөғжизәле күренешкә тап булдым һәм ул минең һүрәттәремдең береһенә “төшөп ятты”. Был картинамды бөгөнгө осрашыуҙың иҫтәлеге итеп Ишбирҙе мәктәбенә бүләк итәм. Әйткәндәй, бөгөн беренсе тапҡыр ауылдарға сығып, шундай күргәҙмә ойошторорға насип булды. Беҙгә шундай иғтибарығыҙ һәм ҡәҙер-хөрмәтегеҙ өсөн ғаиләбеҙ исеменән рәхмәт белдерәбеҙ.
Тантана барышында мәғариф ветерандары Нәсиха Дәүләтбаева, Нәйлә Иҫәндәүләтова, Миңһылыу Сөләймәнова матур иҫтәлектәре менән бүлеште. Ә инде Йәмил Хәсәнов уҡытыусыһы Луиза Ҡаһарманова менән булған ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән уртаҡлашып, гармунда уйнап, йыр бүләк итте. Ауылдың һандуғасы Камила Хәйризаманова һәм “Фатиха” фольклор ансамбле үҙҙәренең Луизаларына һәм еҙнәләре Ғүмәр Ишбулды улына туғанлыҡ ептәрен нығытып, йыр бағышланы.
Лилиә ТАКАЕВА.