Һаҡмар
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
13 Декабрь , 13:00

Байрам табынына - салаттар

Хөрмәтле дуҫтар, Яңы йыл табынына артыҡ мәшәҡәтләнмәй генә әҙерләп булған салаттар рецебын тәҡдим итәбеҙ. Уларҙы тиҙ һәм еңел генә әҙерләп булһа ла, бик тәмле һәм күптәргә оҡшай.   

Байрам табынына - салаттар
Байрам табынына - салаттар

Яңы йыл табынына артыҡ мәшәҡәтләнмәй генә әҙерләргә мөмкин булған салаттар. Уларҙы тиҙ һәм еңел генә әҙерләп булһа ла, бик тәмле һәм күптәргә оҡшай.

 

  1. “Байрам” салаты

Был салат ҡатлап яһала. Ҡаттар түбәндәге тәртиптә:

1-се ҡат - 3 йомортҡа,

2-се ҡат - ыҫланған тауыҡ ите,

3-сө ҡат - ҡыяр,

4-се ҡат - корейса кишер,

5-се ҡат - сыр

Һәр ҡат араһына майонез һыларға. Ҡыярҙан һуң майонез һалмаҫҡа ла мөмкин.

 

  1. Ыҫланған сыр менән салат

Был салат өсөн 1 кишер (бешерергә кәрәкмәй),100 г ыҫланған сыр, 100 г ыҫланған колбаса, 2 теш һарымһаҡ, 1 банка консерваланған кукуруз, 2 аш ҡалағы майонез, тоҙ, йәшел тәмләткестәр кәрәк була.

Кишер менән сырҙы ҡырғыстан үткәрергә, колбасаны оҙонсалап турарға. Уларға кукуруз, иҙелгән һарымһаҡ һәм майонез һәм саҡ ҡына тоҙ өҫтәргә. Салат өҫтөн йәшел тәмләткестәр менән биҙәргә мөмкин.

 

  1. “Әтәс ҡойроғо” салаты

Ҡыяр, корейса кишер, ыҫланған колбаса, кукуруз һәм кириешки кәрәк була.

Ҡыярҙы һәм колбасаны оҙонсалап турарға. Кириешкиның да оҙонса таяҡса формаһындағын алһағыҙ, яҡшыраҡ. Барыһын да бергә бутап, майонез өҫтәһәгеҙ, тәмле лә, туҡлыҡлы ла салат килеп сығыр.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: