Башҡорт теле көнө - башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелгән көн. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Ф. Хәбировтың указына ярашлы 2019 йылдың 14 декабре башҡорт теле көнө тип билдәләнгән.
Башҡорт теле көнөн 14 декабрҙә билдәләү осраҡлы түгел. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Был көн, 2015 йылдан башлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ярҙамында Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф ҙәм фән министрлығы башланғысы менән билдәләнә, рәсми рәүештә 2019 йылдан үткәрелә.
Башҡорт теле көнө уңайынан ҡаланың 4-се лицейында төрлө саралар үтә. 5-се "Б" һәм 6-сы "А" класы уҡыусыларына "Әлләсе" уйыны, 8-се "Б" класы уҡыусыларына башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың тормош юлына һәм ижадына бағышланған дәрес-уйын ойошторолдо. 8-се "В" класы уҡыусыларына күренекле мәғрифәтсе шағир Мифтахетдин Аҡмулла тураһында фильм күрһәтелде.