Үрге Таулыҡай ауылы элек-электән уңған, тырыш халҡы менән дан тота. Ауыл урамдарынан үткәндә, күркәм йорттарҙа тырыш хужалар йәшәгәне күренеп тора. Бар яҡтан уңған, тырыш Йәнбикә һәм Ғәзиз Байегетовтарҙы ауылдаштар өлгөлө ғаилә тип белә.
Ғаилә башлығы Ғәзиз Йыһаннур улы Таулыҡай мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Айыҡ тормошто пропагандалаусы, сәләмәт тормош алып барыусы ир-уҙаман. Йорт хужабикәһе Йәнбикә еңгәй - оҫта ҡуллы тегенсе, бар эшкә маһир ҡатын-ҡыҙ. Һауын кәзәләре аҫрап, шифалы ҡымыҙ эшләй, һаулыҡ өсөн файҙалы буҙаны ла тәмле итеп әҙерләй, халыҡ медицинаһын ныҡлап өйрәнә. Байегетовтар йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, ауылдың киләсәге өсөн янып йәшәй.
Уңған ғаиләнең йорт-ҡураһы ла балҡып, үҙҙәре кеүек көлөп тора. Балалары,
туғандары, дуҫтары менән татыу ғүмер итеп, күптәргә өлгө булып йәшәүсе Байегетовтар ошо көндәрҙә яҡындарын һуғым өмәһенә йыйҙы. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тип бушҡа әйтмәйҙәр. Күмәкләп тотонғас, эш тә ырамлы, ыңғай барҙы. Кискелеккә хужалар матур йола буйынса һуғым ашына йыйҙы. Матур хәтирәләр, йыр-моң менән үтте туғандарҙың аралашыуы.
Һуғым табынында яңғыраған “Артабан да ауылыбыҙҙа матур йолалар дауам итһен. Туғанлыҡ ептәре өҙөлмәһен, ауылыбыҙҙа тормош гөрләп торһон” тигән матур теләктәр бойомға ашһын.
Әнүзә Азаматова.