Әле лә матурҙар, әле лә матур пар!
ЗАГС бүлегендә иңгә-иң терәп 50,60 йыл бергә йәшәгән ғаилә парҙарын тәбрикләү матур йолаға әйләнгән. Яңыраҡ үткән тантаналы сарала Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Мөхәмәт һәм Зөһрә Бүкәновтар, Елена һәм Николай Шеховцовтар, Нурия һәм Урал Ғимазовтар тантананың төп сәбәпселәре булды. Уларҙы ғаилә байрамдары-алтын һәм гәүһәр туйҙары уңайынан район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов ҡотланы һәм изге теләктәрен еткерҙе, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Матур теләктәргә ЗАГС бүлеге начальнигы Ләйлә Сөләймәнова, юбилярҙарҙың балалары, туғандары ла ҡушылды. Улар ҙа парҙарҙың ҡыуанысын уртаҡлашты, яҡындарын матур теләктәргә, гөлләмәләргә күмде. Халыҡ ижады үҙәге артисы Илнур Аслаев башҡарыуында музыкаль сәләм һәр кем күңеленә хуш килде. Ә иң тулҡынландырғыс мәл - парлап вальста әйләнеү булды, күрәһең. «Әле лә матурҙар, әле лә матур пар», - тип һоҡланды уларға ситтән күҙәтеүсе байрам шаһиттары. Был көндө юбилярҙар ғына түгел, уларҙың яғындары ла күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Был йәштәр - ҡыуаныс йәштәре ине. Оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер кисергән ғаиләнең тормошонда төрлө хәлдәр ҙә булғандыр. Әммә улар барлыҡ ауырлыҡтарҙы, ҡаршылыҡтарҙы еңеп, тормош һынауҙарына бирешмәй, бер уйлы, бер һүҙле булып, ҡулға-ҡул тотоноп алтын туйҙарын ҡаршылай. «Беҙҙе ололап, ихтирамлап матур сара ойошторған ЗАГС хеҙмәткәрҙәренә, район етәкселегенә, балаларыбыҙға ҙур рәхмәт. Һәр кемгә тормошта үҙ парын табып, бәхетле йәшәргә яҙһын», тигән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе юбилярҙар.