Ғаилә йылы
6 Декабрь 2024, 10:10

Уйын майҙансығын яңыртыу өсөн

Темәс ауылының "Йәйғор" балалар баҡсаһы “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнаша

Уйын майҙансығын яңыртыу өсөнУйын майҙансығын яңыртыу өсөн
Уйын майҙансығын яңыртыу өсөн

Республика  “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы уңышлы эшләй, районыбыҙҙа уның буйынса тормошҡа ашырылған проекттар һаны йылдан-йыл арта. Темәс ауылының «Йәйғор» балалар баҡсаһы ла был программала ҡатнашырға ҡарар итте.

– Программа ярҙамында балалар баҡсаһы биләмәһендәге уйын майҙансыҡтарын яңыртырға ҡарар иттек. Был эш балаларҙың сәләмәтлеген нығытыуға, уйындарын ҡыҙыҡлыраҡ, хәүефһеҙерәк итеп ойошторорға ярҙам итер ине тигән маҡсаттан сығып, дәртләнеп эшкә тотондоҡ. Балалар баҡсаһына уйын ҡоролмаларын һатып алып урынлаштырыу проекты буйынса ойошторолған сараларға ата-әсәләр, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы әүҙем ҡушылды. Проекттың тормошҡа ашырылыуы инициатив төркөмдөң әүҙемлегенә лә бәйле. Улар халыҡ менән эшләй, бағыусылар эҙләй, сығыштар, йыйылыштар үткәрә, документтар туплай, гәзит-журналдарҙа сығыш яһай. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә үҙҙәренең сағыу һүрәттәре аша яңы уйын майҙансығын һүрәтләй, – тип хәбәр итә ауыл хакимиәте башлығы Айгөл Байрамғолова.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас