Нурзилә һәм Зәбир Ғәлиндар – Сәйғәфәр ауылының абруйлы ғаиләләренең береһе. Икеһе лә хеҙмәт юлын тыуған совхозында башлай. Хужабикә – лаборант, ә ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар водитель булып эшләй.
Илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, уларға ла тормошҡа булған ҡараштарын ҡайтанан ҡарарға тура килә. Һөҙөмтәлә Ғәлиндар 2002 йылда үҙ эшен асып ебәрә. Ауылда магазин төҙөп, аҙыҡ-түлек, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары менән һатыу итә башлайҙар. Нурзилә апай дин юлында булғанлыҡтан, сауҙа нөктәһендә лә хәләл продукцияға өҫтөнлөк бирә. Биш йыл дауамында Ғәлиндар һөт йыйып та тапшыра. Халыҡтың күпләп мал аҫраған заманда көнөнә егермеләгән фляга йыйып алған саҡтар ҙа була.
Ғаилә башлығы Зәбир Ғөзәйер улы 2010 йылда ағас эшкәртеү йүнәлеше буйынса үҙ эшен асып ебәрә. Ҡеүәтле ҡоролмалар ултыртып, таҡта ярыу цехын булдыра. Эшселәр йәлеп итә. Ғәлиндар бағыусы булараҡ та ауылдаштарына даими ярҙам күрһәтә. Йыл да ауылдың мәсетен утын, төҙөкләндереү өсөн кәрәкле материалдар менән тәьмин итәләр.
Нурзилә һәм Зәбир Ғәлиндар ҡырҡ йыл бергә матур донъя көтә. Улар ике балаға ғүмер биреп, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫтырған. Улдары Рәил ғаиләһе менән Баймаҡта йәшәй, дүрт бала үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Гөлнәзирә тормош иптәше менән Норильск ҡалаһында төпләнгән. Улар ике балаға ғүмер биргән. Нурзилә апай ошо көндәрҙә умра хажына барып ҡайтҡан.
Нурзилә Ғәлинаның атаһы Зиннур Килдеғошов бөгөн ауылдың иң оло кешеһе. Уға туҡһан ике йәш. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, олатайыбыҙ бөгөн дә тура кәүҙәле, йор һүҙле, асыҡ күңелле, ихлас кеше. Иң ғәжәпләндергәне – уның әле лә машина йөрөтөүе. Эйе, эйе, ул үҙенең “ҡорос аты”нда хатта бөгөн Баймаҡҡа ла барып ҡайта! Тәүге машинаһын ул намыҫлы хеҙмәте өсөн 1972 йылда махсус исемлек буйынса ала. Ә бөгөн дүртенсе машинаһы менән идара итә. Бөтәһе уның 52 йыл водитель стажы бар.
Зиннур олатайҙың оҙон ғүмерле, әле лә аныҡ ҡарашта, матур ҡиәфәттә булыуының төп сере – сәләмәт тормош алып барыуында. Ул халыҡ медицинаһына өҫтөнлөк бирә.
- Бөгөн етеш тормошта йәшәйбеҙ, ашарға ла, кейенергә лә бар. Пенсия ла ваҡытында килеп тора. Йылына ике тапҡыр шифаханаларға барып, дауаланып ҡайтам. Бының өсөн Хөкүмәтебеҙгә рәхмәт, ололар тураһында хәстәрлек күрә, - тине Зиннур олатай. – Ә бына беҙҙең балалыҡ, үҫмер саҡтар ауыр заманға тура килде. Ашарға яраҡлы бөтә үләндәрҙе лә йыйып киптерә торғайныҡ. Шулар менән туҡландыҡ. Баҡтиһәң, үҙебеҙ ҙә аңламаҫтан иң шифалы аҙыҡ ашағанбыҙ икән. Бөгөн дә шул ғәҙәтемә тоғро ҡалғанмын. Йыл әйләнәһенә етерлек дарыу үләндәре йыйып киптерәм. Беҙгә ауыл ерендә уның өсөн алыҫҡа барырға ла кәрәкмәй. Улар аяҡ аҫтында ғына. Әрем, дегәнәк япраҡтары, ҡан үләне, емеш биргән ҡыуаҡлыҡтарҙың япраҡтарын йыям. Ҡайһыныһын эсәм, ҡайһыныһынан ванна эшләп, аяҡтарымды баҫып ултырам. Бөтәгеҙгә лә бер кәңәшемде еткергем килә – бер ҡасан да аяҡтарығыҙҙы өшөтмәгеҙ. Бөтә булған ауырыу шунан башлана.
Тыл һәм хеҙмәт ветераны Зиннур Ғилметдин улы 1932 йылда Йомаш ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Ата-әсәһе балаларын аяҡҡа баҫтырыу өсөн эш эҙләп Семеновск ауылына күсеп килә. Һөҙөмтәлә Зиннур олатайға ла хеҙмәт юлын бик иртә башларға тура килә. 11 йәшендә алтын йыуыу руднигына эшкә төшә. 1949 йылда ғаилә Сәйғәфәр ауылына күсеп килә. Зиннур ағай шундағы фермала көтөүсе булып эшләй башлай. Төркмәнстан Республикаһында өс йыл да дүрт ай хәрби хеҙмәттә булып ҡайтҡас та совхозда ҡалыуҙы хуп күрә. Йәйгеһен комбайнға, ҡышҡыһын тракторға ултыра. Хаҡлы ялға сыҡҡанға ҡәҙәр механизатор ҙа, балта оҫтаһы ла булып эшләй. Фиҙаҡәр хеҙмәте, тура һүҙле, изге күңеле өсөн ауылдаштары араһында ла абруйы ҙур. Бер нисә тапҡыр район һәм ауыл Советына депутат итеп һайлана. Намыҫлы хеҙмәте өсөн “Баймаҡ” совхозы “Планета” һәм “Иж-Юпитер”мотоциклдары тапшыра. ВДНХ-ның көмөш һәм “Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергәне өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә. Наградалары араһында шулай уҡ “Социалистик ярышта еңеүсе” билдәһе һәм “Хеҙмәт ветераны” миҙалы бар. Бөйөк Ватан һуғышында тылда күрһәткән намыҫлы хеҙмәте өсөн “1941-1945 йылдарҙа фашистик Германияны еңгән өсөн” һәм Бөйөк Еңеүҙең юбилейы айҡанлы миҙалдары менән менән наградлана.
- Беҙ ғаиләлә биш бала үҫтек: өс ҡыҙ, ике малай. Аллаға шөкөр, бөтәбеҙ ҙә иҫән-һау, - тине Нурзилә Ғәлина. – Бала саҡта атайыбыҙҙы күрмәй ҙә торғайныҡ. Иртәнсәк тороуға – ул эштә, кис йоҡларға ятҡаныбыҙҙа әле ҡайтмаған була торғайны. Ҡара таңдан алып ҡара кискә тиклем ҡырҙа булды. Әсәйем дә совхоз бүлексәһенең ашханаһында ашнаҡсы булып эшләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның мәрхүм булғанына ла байтаҡ. Атайым бөгөн үҙ донъяһында йәшәй. Беҙ ҡапма-ҡаршы ғына йәшәгәс, һәр ваҡыт эргәһендәбеҙ. Атайыбыҙ тормоштоң үҙ ағышы менән генә йәшәй. Артыҡ көйәләнеп бармай. Үҙебеҙҙең ерлектә үҫкән дарыу үләндәрен киң ҡуллана. Мунсала уларҙы быҡтырып, шуға ятып ала. Аяҡтарын тоҙло һыуға баҫып ултыра. Тубырсыҡтарҙан әҙерләп биргән һутты һәр ваҡыт эсеп тора.
Нурзилә һәм Зәбир Ғәлиндар балаларын үҫтереп, үҙ аллы тормош юлына баҫтырһалар ҙа, бөгөн дә уларға ныҡлы терәк булып йәшәй. Ҡура тулы мал, ҡош-ҡорт көтәләр, гөрләтеп баҡса үҫтерәләр. Илебеҙ тап шундай көслө рухлы, аяҡҡа ныҡлы баҫып торған ғаиләләр менән берҙәм.
Лилиә ТАКАЕВА.
Фотола: Нурзилә апай атаһы Зиннур олатай менән.