Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
5 Декабрь 2024, 11:10

Яугирҙәрҙә – бер маҡсат, әсәләрҙә – бер хәсрәт

- Беҙҙең ауыл биләмәһенән дә егеттәр махсус хәрби операцияла ҡатнаша, - тине Мерәҫ ауыл биләмәһе башлығы Шамил Нәҙербаев. – Улар хөрмәтенә ауылда баннер ҡуйылды. Һәр кем, айырыуса балалар, батырҙарҙы белеп үҫергә тейеш. Яугирҙәргә ярҙам итеүгә халыҡты өндәргә лә кәрәкмәй, һәр кем үҙ теләге менән изге эшкә ҡушыла.   Махсус хәрби операция башланғандан алып, Мерәҫ ағинәйҙәре ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары, ир-егеттәр менән бергә изге эшкә күтәрелеп сыҡты. Районда беренселәрҙән булып улар яугирҙәргә йылы ойоҡбаштар, нәскиҙәр бәйләне. Һалма йәйеп, бишбармаҡ ҡырҡтылар, сәк-сәк бешерҙеләр.  Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

- Беҙҙең ауыл биләмәһенән дә егеттәр махсус хәрби операцияла ҡатнаша, - тине Мерәҫ ауыл биләмәһе башлығы Шамил Нәҙербаев. – Улар хөрмәтенә ауылда баннер ҡуйылды. Һәр кем, айырыуса балалар, батырҙарҙы белеп үҫергә тейеш. Яугирҙәргә ярҙам итеүгә халыҡты өндәргә лә кәрәкмәй, һәр кем үҙ теләге менән изге эшкә ҡушыла.   Махсус хәрби операция башланғандан алып, Мерәҫ ағинәйҙәре ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары, ир-егеттәр менән бергә изге эшкә күтәрелеп сыҡты. Районда беренселәрҙән булып улар яугирҙәргә йылы ойоҡбаштар, нәскиҙәр бәйләне. Һалма йәйеп, бишбармаҡ ҡырҡтылар, сәк-сәк бешерҙеләр.

Ауылда шулай уҡ маскировкалау селтәре үреү эше яҡшы бара. Мәҙәни ойоштороусы Айһылыу Дауытбаева етәкселегендәге төркөм үргән селтәрҙәр яугирҙәргә оҙатылды. Шулай уҡ магазиндарға "Изгелек ҡумтаһы" ҡуйылған.  Һәр кем уларға мөмкинселегенә ҡарап, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, хужалыҡ тауарҙары һала. Быларҙың барыһы ла яугирҙәргә оҙатыла.

Урындағы “Ағинәйҙәр” ойошмаһын Миңзәлә Ямантаева етәкләй. Ул алты йыл ойошманың иң әүҙем ағзаларының береһе була. Быйыл уңған хужабикәне ойошмаға етәксе итеп ҡуйҙылар. Мерәҫ ағинәйҙәре араһында бөгөн төрлө һөнәр эйәләре бар. Мәфрүзә Зәйнәғәбдинова – токарь, Мәғрифә Кейекбаева – фельдшер, Гәүһәр Вәлләмова менән Мөъбинә Ғазина – мәктәп хеҙмәткәрҙәре, Фәүзиә Рыҫмөхәмәтова – уҡытыусы, Сәриә Рәхмәтуллина – ветеринар, Фатима Сафиуллина менән Сәкинә Вәлиева – бухгалтерҙар. Әйткәндәй, Сәкинә апай улар араһында иң олоһо, ләкин иң әүҙеме. Бөгөн улар башҡорт халҡының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, халыҡ кәсептәрен тергеҙеү буйынса ғәйәт ҙур эш алып бара. Балалар араһында илһөйәрлек, телһөйәрлек, рух тәрбиәләгән саралар уҙғаралар. Һуңғы ике йылда улар тағы ла бер йүнәлеш буйынса әүҙем эш алып бара – яугирҙәргә ярҙам күрһәтәләр.

Әйткәндәй, Миңзәлә Ямантаева, тормош иптәше бик иртә вафат булыу сәбәпле, яңғыҙы өс ул үҫтереп, уларҙы аяҡҡа баҫтырған. Көслө рухлы ханым тормош һынауҙары алдында юғалып ҡалмай, балаларына матур тәрбиә биргән. 2022 йылда кинйә улы Шәриф Ватан-әсә саҡырыуын ҡабул итеп, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Уҙған йылдың авгусында ҡаты яраланып, тыуған яҡтарға ҡайтып төшә. Ун ай дауаланыу курсы алғандан һуң, ҡайтанан аяҡҡа баҫҡан. Шуны ла өҫтәп китергә кәрәк, Шәриф Ямантаевтың Тыуған илгә булған һөйөүө шул ҡәҙәр ҙур. Хәрби хеҙмәтен тултырғас та ул контракт нигеҙендә, хеҙмәтен дауам итергә армияла ҡала. Ҡырым өсөн барған көсөргәнешле мәлдәрҙә ил сиге һағына баҫа.

Лилиә ТАКАЕВА

Яугирҙәрҙә – бер маҡсат, әсәләрҙә – бер хәсрәт
Яугирҙәрҙә – бер маҡсат, әсәләрҙә – бер хәсрәт
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас