“Беҙ бергә тупландыҡ”
- Темәс ауылында кемдеңдер ирекмәндәр эшен башлап китеүҙе генә көткәндәр, ауыл халҡы дәррәү күтәрелде, - тине Сәғирә Дәүләтшина. – Бөгөн беҙ бергә тупландыҡ. Тәүҙә минең өйҙә унлаған ҡатын йыйылып, өс бармаҡлы бирсәткә бәйләнек. Уларға сәк-сәк, сөсө икмәк һәм башҡа кәрәк-яраҡ әйберҙәрҙе ҡушып, үҙебеҙҙең ауыл яугирҙәренә атап, махсус хәрби операция биләмәһенә ылау ташыған Рөстәм Исхаҡовҡа тапшырҙыҡ. Ул беҙҙең үтенесте үтәне. Посылкаларҙы алған яугирҙәрҙең шатланғанын белһәгеҙ ине! Улар: “Тәүге тапҡыр ярҙам алдыҡ, рәхмәт ауылдаштар”, - тигән сәләмдәрен ебәрҙе. Әйтегеҙ әле, шунан һуң беҙҙең туҡталып ҡалырға хаҡыбыҙ бармы? Юҡ, әлбиттә! Киреһенсә, беҙ тағы ла нығыраҡ эшләй башланыҡ.
Ысынлап та, Темәс ауылы халҡы яугирҙәргә ярҙам күрһәтеүгә дәррәү күтәрелеп сыҡҡан. Һуңғы өс айҙа ғына ла улар ете ылау ебәргән. Луганск, Донецк йүнәлешендә булған, Екатеринбург ҡалаһындағы госпиталдә ятҡан ауылдаш яугирҙәренә атап посылкалар ебәргәндәр.
- Сентябрь айы башланғайны, һыуыҡтар килде, - тип әңгәмәһен дауам итте уңған ханым. - Шунлыҡтан социаль селтәрҙәге ауылдың төркөмөнә мөрәжәғәт яҙҙым. Саҡырыуымды ҡабул иттеләр. Кемеһе аҙыҡ-түлек бирҙе, кемеһе кейем, түшәк кәрәк-яраҡтары алып килде. Аҡса күсергәндәре лә булды. Уларға яугирҙәргә кәрәкле әйберҙәр алдым. Зәйтүнә Салихова, Фирҙәүес Ханафина бик күп йылы өс бармаҡлы бирсәткә, ойоҡбаштар бәйләп тапшырҙы. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Рәғиҙә Ахаева үҙе генә утыҙҙан ашыу бәйләгән ине. Бөгөн беҙгә Һаҡмар, Үрге Иҙрис, Түбәнге Таһир, Әмин, Күнзавод ауылдары халҡы ла ҡушылды. Бергәләп яугирҙәргә йылы кейемдәр, юрғандар, аҙыҡ-түлек, медикаменттар туплайбыҙ. Темәс һәм үрҙә һанап киткән ауылдарҙа йәшәүселәргә ярҙамдары өсөн рәхмәтемде белдерәм.
Сәғирә Дәүләтшина үҙенең эргәһенә көслө команда тупларға өлгәшкән. Айгөл Айытбаева-Иштәкбаева, Миңзифа Низамова, Зәйтүнә Салихова, Фирҙәүес Ханафина, Светлана Баязитова, Рәхимә Лобанова, Рәсимә Урмантаева, Зифа Санъярова, Фәриҙә Ғәйнетдинова, Хәлимә Рәсүлева, Гүзәл Ғәлина, Иҙел Ситдыҡовтар яугирҙәргә ихлас ярҙам күрһәтә. “Уларға әйтергә генә кәрәк, шунда уҡ икмәк, сәк-сәк тә бешерәләр, һалмаһын да йәйеп килтерәләр. Үҙҙәре лә белешеп тора, нимә кәрәк, нимә эшләйек, тип. Яугирҙәрҙең ғаиләләренә лә иғтибар бүлергә тырышабыҙ, - тип һүҙен дауам итте ирекмән Сәғирә апай. – Беҙгә быйыл концерттар менән күп киләләр. Илгиз Абдрахмановҡа Әсә көнө уңайы менән яугирҙәрҙең ғаиләләрен бушлай концертҡа индереүен һораным. Бер һүҙһеҙ риза булды. Ләкин беҙҙең уңған эшҡыуарҙар Шамил Низамов, Айгөл Яхина, Рим Әхмәров, Байрас Ҡотлоғәләмов, Радик Ахаев, Радик Исхаҡов, Михаил Божеховскийҙар аҡса күсерҙе. Һөҙөмтәлә ун туғыҙ ғаиләнән ҡырҡҡа яҡын кеше концертҡа килде. Уларҙың әҙгә генә булһа ла күңелдәрен күтәрә алыуыбыҙға үҙебеҙ ҙә ҡыуандыҡ.
Темәс ирекмәндәре яугирҙәр менән дә яҡшы бәйләнеш булдырған. Уларҙың заявкалары буйынса посылкалар туплап, ауылдың таксист егеттәре аша биреп ебәрәләр. Улар иһә күстәнәстәрҙе яугирҙәргә алып барып тапшырыу йүнен күрә. Күреүегеҙсә, Темәс ауыл биләмәһе халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам күрһәтеү өсөн бергә тупланған. Уларға һоҡланмау мөмкин түгел.