Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
4 Декабрь 2024, 16:10

Доғалар: йоҡлар алдынан, уянғас, төндә йоҡлай алмағанда

Йоҡларға ятыр алдынан уҡыла торған доға...

Йоҡларға ятыр алдынан уҡыла торған доға:

Аллаһүммә, бисмикә әмүтү үә әхйә.
Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Һинең исемең менән үлермен, һинең исемең менән йәшәйем.

Йоҡонан уянғанда уҡыла торған доға:

Әлхәмдү-лил-ләһил-ләҙи әхйәнә бәғдә мә әмәтәнә үә иләйһин-нүшүр.
Мәғәнәһе: Үлгәндән һуң йәнә йән биргән, терелтеп үҙенә саҡырып аласаҡ Аллаһҡа маҡтау-ололауҙар булһын!

Төндә йоҡо алмаған ваҡытта уҡыла торған доға :

Лә иләһә илләл-лаһүл-үәхтдүл-ҡаһһәрү раббүс-сәмәүәти үәл-әрҙи үә мә бәйнәһүмәл-ғәзизүл-ғаффәр.
Мәғәнәһе: Берҙән-бер хаким, күктәрҙең һәм ерҙең, күктәр менән ер араһындағы бөтә булмыштарҙың Раббыһы, көс-ҡеүәт эйәһе, гонаһтарҙы кисереп тороусы Аллаһтан башҡа илаһ юҡ.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас