+24 °С
Ямғыр
Мерәҫ ауыл биләмәһе активы бер нисә йыл дауамында подписка осоронда "Һаҡмар" гәзитен бүләк ит!" акцияһы ойоштора.Быйыл да ошо матур йолаға тоғро ҡалып, улар махсус хәрби операциялағы яугирҙәрҙең ғаиләләренә, ата-әсәләренә район баҫмаһын яҙҙырыу буйынса эстафетаны башлап ебәрҙе.Ауыл биләмәһе башлығы, урындағы актив - мәҙәниәт, почта хеҙмәткәрҙәре, депутаттар - барыһы ла ҡушылды был изге эшкә.
Кисә ауыл Советы депутаты Кәрим Ситдыҡов МХО-нан ҡайтҡан яугиргә 6 айға "Һаҡмар" бүләк итте.Эстафета Аҡминде округы депутаты Ләйсән Ямантаеваға тапшырылды.
Афарин, мерәҫтәр!Һеҙҙең был изге башланғысығыҙҙы башҡа ауыл биләмәләре лә күтәреп алыр тип ышанайыҡ.