Ғаилә йылы
28 Ноябрь 2024, 05:20

Хәле һәйбәтләнә бара

Үкенескә ҡаршы, тәҙрәнән ҡолап төшөү осраҡтары булып тора...

Өфөлә Б.Хмельницкий урамындағы фатирҙың тәҙрәһенән ҡолап зыян күргән 6 йәшлек ҡыҙҙы реанимациянан хирургия бүлегенә күсерҙеләр.. Был хаҡта  БР һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

"Хәл тотороҡло, бөгөн реанимациянан бүлеккә күсерәбеҙ", - тип хәбәр иттеләр ведомствонан. Кисә өсөнсө ҡаттағы тәҙрәнән бала ҡолап төшкән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бәләкәй ҡыҙ өйҙә атаһы менән булған.. Ул тәҙрәне асып, москитная сеткаға тотоноп ҡолап төшкәню 

Бәләкәстең тиҙерәк һауығыуын теләйбеҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас