Был көндө ишбирҙеләр бик оҙаҡ көттө. Ундай шатлыҡлы ваҡиғаның булырына өмөт тә итмәйҙәр ине. Райондың иң төпкөл, тип һаналған Ишбирҙе ауылына “зәңгәр яғыулыҡ” килде. Был көндө ауыл халҡы бергә йыйылып, оло байрам итеп ҡаршы алды. Ишбирҙеләрҙең шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов, “Газпром бүлеү Өфө” йәмғиәтенең Сибай ҡалаһындағы филиал директоры Радик Хөсәйенов килде.
Барлыҡ саралар «2021-2025 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһын газ менән тәьмин итеүҙе һәм газификацияны үҫтереү программаһы» ярҙамында башҡарылды. Был Сәйғәфәр-Йомаш-Юлыҡ-Ишбирҙе ауыл-ара газ үткәргесен төҙөү мөмкинлеген бирҙе.
- «2021-2025 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһын газ менән тәьмин итеүҙе һәм газификацияны үҫтереү программаһы»н тормошҡа ашырыу тамамланғанға тиклем Күгиҙел, Үрге Яйыҡбай, Һаҡмар һәм Ҡыуат ауылдарында урам һәм ауыл-ара газ үткәргес селтәрҙәрен сафҡа индереү планлаштырыла, - тине район башлығы Азамат Сәфәрғәле улы. - Баймаҡ районының 32 тораҡ пункты программаға индерелгән. Программа буйынса ауыл эсендә 272 саҡрым газ үткәргес һуҙыу планлаштырыла. Был Баймаҡ районының 9921 йортон газ менән тәьмин итәсәк.
Радик Хөсәйенов иһә үҙенең сығышында газ селтәрен һуҙыу ҡыҫҡа ваҡытта төҙөп, файҙаланыуға тапшырылды, тип белдерҙе.
Артабан Ишбирҙе ауылының хыялын тормошҡа ашырыуға күп көс һалған бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Тәүге “зәңгәр яғыулыҡ” тантаналы шарттарҙа Зөмәрә Халиҡованың йортонда тоташтырылды. Һуңынан Миңлеямал һәм Вәли Тулубаевтарҙың ғаиләһендә лә оло ваҡиға булды – ауылда икенсе булып уларҙың йортонда “зәңгәр яғыулыҡ” балҡыны. Тулыбаевтарҙың ике улы Фирзән менән Фаил махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Фирзән батырҙарса һәләк булды. Яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеүҙең төбәк положениеһына ярашлы, Тулыбаевтарҙың йорто газ менән тәьмин итеү селтәрҙәренә тоташтырыу өсөн субсидия бирелде. Район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов һуңынан Миңлеямал һәм Азамат Тулыбаевтар менән осрашып, һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәге хаҡында белдерҙе.