+24 °С
Ямғыр
Осрашыуҙарҙа юлдарҙы һәм күперҙәрҙе ремонтлау, кәрәҙле элемтәне яҡшыртыу, урамдарҙы яҡтыртыу, ҡый һәм газ өсөн түләүҙә килеп тыуған проблемалар көн үҙәгенә сығарылды.Шул уҡ ваҡытта Беренсе Этҡол мәҙәниәт йортоноң ҡыйығын ремонтлау, бинаға һыу үткәреү, Ғәҙелбайҙа күперҙе ремонтлау буйынса ла мөрәжәғәт итте халыҡ.
Азамат Сәфәрғәле улы, уның урынбаҫарҙары һәр һорауға төплө яуап бирҙе, уларҙы хәл итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә вәғәҙә бирҙе.
Әйтергә кәрәк, ике ауыл биләмәһендә лә осрашыуҙар ике яҡ өсөн дә файҙалы булды, халыҡ унан ҡәнәғәт ҡалды.
Был хаҡта тулы мәҡәләне гәзиттең киләһе һанында уҡырһығыҙ.