Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, егеттәр тыуған яҡтарға имен - һау әйләнеп ҡайтһын. Ошондай изге теләктәрен теләй-теләй маскировкалау селтәре үрҙе Түбәнге Таһир ауылы ҡатын-ҡыҙҙары.
Иң тәүҙә Билал ауылына барып китапханасы Райхана Булатова һәм Миңһылыу Әхмәҙина етәкселегендәге «Ағинәйҙәр» ойошмаһынан был эш буйынса оҫталыҡ дәресе алдыҡ. Ауылдаштарыбыҙ Нурфәйез Солтанов, Ринат Ҡунаҡкилдин, Мирсәйет Ҡотләхмәтов махсус станок эшләне.
«Берҙәмлектә - көс», тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Ауыл халҡы ойошторған изге эшкә барыһы ла - олоһо ла, йәштәре лә әүҙем ҡушылды. Өс көн эсендә ҙур селтәр әҙер ине. Бынан тыш, яҡташтарыбыҙға аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтарын да тупланыҡ. Ылауҙар Рөстәм Исхаҡов һәм Вилдан Әлибаев аша оҙатылды. «Күңел йылыһы һалып әҙерләгән күстәнәстәребеҙ егеттәребеҙҙең ризыҡтарына яҙһын, маскировкалау селтәрҙәре лә уларҙы һаҡлаһын», - тине ылау әҙерләүселәр.
Бының менән генә туҡталманы таһирҙар. Әле ир-егеттәр яугирҙәргә махсус плащҡа заказ бирҙе. Шулай уҡ ауыл халҡы һәм ҡырҙа йәшәүселәр ярҙамы менән аҡса йыйыу эше дауам итә. Йыйылған аҡсаға окоп шәмдәре эшләү планлаштырылды.
Беҙҙең девиз: беҙ - бергә, барыһы ла - еңеү өсөн!
Афарин, ауылдаштар! Күмәкләгән - яу ҡайтарған.
Йондоҙ Юлдашева
Түбәнге Таһир ауылы китапханасыһы