Ғаилә йылы
25 Ноябрь 2024, 12:18

Бәпес ҡаршылау

Бөгөн бәхетле әсәләр - Илнара  Ғүмәрова, Гөлсөм Урманова һәм уларҙың бәпестәре тантаналы шарттарҙа өйҙәренә оҙатылды.

Һуңғы йылдарҙа Баймаҡ район дауаханаһының бала табыу йортонан Әсәләр көнөндә өйҙәренә ҡайтҡан бәпес һәм әсәне тантаналы шарттарҙа  өйҙәренә  оҙатыу матур йолаға әүерелде. Ҡосаҡ-ҡосаҡ гөлләмәләр, шарҙар тотоп сабыйҙы ҡаршыларға уларҙың туғандары, яҡындары килде. Дауахана етәкселеге йәш ғаиләне бәпестәре тыуыу уңайынан ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. "Сабыйҙарға һаулыҡ, сәләмәтлек, тулы ғаиләлә, ата-әсәле булып, бәхетле бала булып үҫеүен теләйбеҙ", - тине улар.

һуңғы 11 айҙа районда барлығы 117 бәпес донъяға килә. Шуларҙың 65-е малайҙар булһа,52-һе - ҡыҙ бала.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас