

Сығышы менән Ишбирҙе ауылынан, әле Баймаҡта йәшәүсе Зарина Солтанова тәүге гөлләмәһен йәшелсә-емештән үҙе өсөн эшләп ҡарай. Бында ул формаһы, төҫө менән бер-береһен тулыландырып торған алма, әфлисун, киви һәм башҡа емештәрҙе ҡуллана. Унан ошондай уҡ гөлләмәләрҙе туғандарына, яҡындарына эшләп бүләк итә. Тағы бер аҙҙан интернет аша ҡайһы бер эштәрен һатып ҡарай. Ашап та, еҫкәп тә, һоҡланып та, ултыртып ҡуйып та була торған гөлләмәләр тиҙ арала популярлыҡ яулай.
Һәр кемдең тормошона ниндәй ҙә булһа идеялар биреп илһамландырыусы, хатта таныш та булмаған кешеләр осрап ҡуя. Уны ваҡытында күрә һәм ҡуллана белергә кәрәк.
Заринаның тормошонда был ролде блогер уйнай. Социаль селтәрҙә үҙе эшләгән гөлләмәләрҙе пост итеп һалып барған был ҡатындың диуарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтә. Хатта бер мәл блогер үткәргән курста уҡыу өсөн аҡса ла йыя башлай. Етерлек сумманы туплағас, был уйынан ҡапыл баш тарта. Уның ҡарауы, "Ғаилә" сауҙа үҙәгендә ҡуртымға урын һәм стеллаж һатып ала. Шулай уҡ сәскәләр эшләү өсөн етерлек материалдар туплай.
Ҡасандыр емеш-еләк менән эш башлаған Зарина Радик ҡыҙы тиҙҙән гөлләмәләр төрөн арттыра. Кипкән емештәрҙән, хәләл колбасаларҙан, төрлө шоколадтарҙан, сәтләүектәрҙән, аҡсанан, һабындан, канцелярия тауарынан, открытканан, татлылары, йәшелсәнән эшләнгәндәре… Уларҙың араһында оҙаҡ һаҡлана торғандары, тиҙ арала ашалырға тейеш булғандары ла бар. Мәҫәлән, йыуылып эшләнгән кипкән емеш гөлләмәһен оҙаҡ һаҡларға ярамай. Йәшелсә-емештән эшләнгәндәрен оҫтабикә тишкеләп эшләмәй. Уның үҙенә генә хас йыйыу, йәбештереү серҙәре бар. Шуға күрә уларҙың һаҡлау ваҡыты емештәргә бәйле. һабындан һәм күбәләк формаһында эшләнгәнен фен менән өрҙөрөп таҙарталар.
Ошо йәкшәмбе Әсә көнө билдәләнә. Байрам уңайынан Зарина Радик ҡыҙы теләктәрен еткереп, былай тине:
- Байрамды көтөп ултырмаһындар, әсәйҙәрҙе һәр саҡ ҡыуандырып торорға кәрәк. Сәбәпһеҙ ҙә, һис юғы һәр йома бәләкәй генә булһа ла гөлләмә бүләк итегеҙ. Һәр әсә бәхетле булһын, балаһына һөйөнөп ғүмер итһен!
Зарина - өс бала әсәһе. Өлкән ҡыҙы Әминәгә - 10 йәш. 4-се класта уҡып йөрөгән ҡыҙ әсәһенең уң ҡанаты. Фотопринтерҙан сығарған күбәләктәрҙе ул матур итеп ҡырҡыша. Ә 2-се класта уҡыған 8 йәшлек Әмирхан апаһына ярҙам итә. ҡырҡылған күбәләктәрҙе йәбештерешә. "Һәр хеҙмәт түләнергә тейеш. Шуға ла эштәрен баһалап, аҡсаһын түләйем. Улар был аҡсаға магазиндан үҙҙәре теләгән әйберҙәрҙе һатып ала", - тип йылмая йәш әсә. Бәләкәстәре Мөхәммәткә әле ни бары 2 йәш.
Әйткәндәй, ҡырҙа йәшәгәндәр ҙә Заринаның гөлләмәләрен яҡындарына бүләк итә ала. Бының өсөн 8 965 664 82 81 телефонына шылтыратырға, ватсап аша яҙырға була. Тырыш ханым һеҙ һайлаған гөлләмәне кәрәкле адрес буйынса үҙе алып барып та ҡуйыр. Шулай уҡ юл ыңғайы заказ буйынса күстәнәстәрен дә һатып алыр. Ҡала эсендәге адреска алып барыу бушлай булһа, ауылдарға, юл алыҫлығына ҡарап, хаҡ билдәләнә.
Гөлләмәләрҙе "Бәйләнештә" селтәрендә Зарина Солтанованың диуарынан ҡарарға мөмкин. Әҙер гөлләмәләрҙе "Континент" сауҙа үҙәгенән һатып алырға була.