Ғаилә йылы
24 Ноябрь 2024, 10:00

Ағинәйҙәрсә, һөйөү менән...

- Махсус хәрби операция беҙҙең тормошҡа ҡырҡа үҙгәреш индерҙе, - тине әсә кеше Сибәрбикә апай Тләүсина. - Улым мобилизацияланған көндән алып дин юлына баҫтым. Көн һайын Ҡөрьән уҡыйым. Иртәнге  намаҙымда улымдың, шул уҡ ваҡытта бөтә ир-егеттәрҙең имен-һау йөрөп ҡайтыуҙарын теләп доға ҡылам. Мин генә түгел, башҡа әсәләр ҙә улдарын махсус хәрби операциянан көтөп алһын, тип көнө-төнө Хоҙайыма ялбарам...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Ағинәйҙәрсә, һөйөү менән...

- Тормош иптәшем менән беренсе кластан танышбыҙ. Уларҙың ғаиләһе Бөрйәнйылғанан беҙҙең ауылға күсеп килгән ине. Бер парта артында ултырып уҡыныҡ, бергә уйнап үҫтек. Һуңынан беҙҙең бала саҡ дуҫлығы мөхәббәткә әүерелде. Армияға оҙатып, көтөп алдым. Әйҙә, өйләнешәйек, тигән тәҡдименә ризалыҡ биреп, кейәүгә сыҡтым. 21 ноябрҙә ғаилә ҡорғаныбыҙға ҡырҡ туғыҙ йыл тулды. Крәҫтиән урамынан Игешев урамына килен булып төштөм, - тине Ишмырҙа ауылынан Сибәрбикә Тләүсина.  

Күп балалы ғаиләнең беренсеһе булып донъяға килгән ханым бәләкәстән эшһөйәр, уңған, һәр нәмәлә яуаплылыҡ тойоп үҫә. Урындағы мәктәпте тамамлағас, Фрунзе исемендәге колхозда эшләп ала. Һуңынан Магнитогорск ҡалаһының күп профилле техникумында уҡып, бухгалтер һөнәрен үҙләштерә һәм тыуған колхозына ҡайта. Бер аҙҙан үҙ эшенә яуаплы ҡараған тәжрибәле белгесте ауыл биләмәһе хакимиәтенә саҡыралар. Һуңынан ул балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.

Сибәрбикә һәм Зиннәт Тләүсиндар ике малай  һәм бер ҡыҙ үҫтереп, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫтырғандар. Улдары Сөнғәт килендәре Динә менән себер тарафтарында йәшәй, ғаиләне ике малай һәм бер ҡыҙ бәйләй. Ҡыҙҙары Резидә һәм кейәүҙәре Илнур икеһе лә Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған. Бөгөн улар себер тарафтарында донъя ҡорған. Улар биш бала - өс малай, ике ҡыҙ үҫтерә.

Сибәрбикә апай менән Зиннәт ағайҙың бөгөн иң борсоғаны кинйә улдары – Зөлфәт. Ул 2022 йылдың 26 сентябрендә мобилизацияға эләгеп, махсус хәрби операцияға саҡырыу ала. Бөгөн дә ул алғы һыҙыҡта нацистарға ҡаршы көрәш алып бара. Өйҙә уны ата-әсәһе, һөйөклө ҡатыны, ҡыҙы Зөлхизә менән улы Илсур һәм туғандары, яҡындары көтә. Ҡыҙҙары дүртенсе класта белем алһа, Илсурға әле алты ғына йәш. Әйткәндәй, Тәслимә менән Зөлфәт Тләүсиндарҙың ғаилә ҡорғандарына 11 августа ун йыл булған.

Зөлфәт уҡыуға бик сос була, алты йәшенән мәктәпкә бара. Мәктәпте тамамлағас, Йылайыр совхоз-техникумының зоотехния бүлеген тамамлай. Хеҙмәт юлын урындағы Фрунзе исемендәге колхозында зоотехник булараҡ башлай. Армияға алынып, Чечен Республикаһында хеҙмәт итә. Һуңынан илдә барған үҙгәртеп ҡороуҙар арҡаһында ул да ситкә китеп, вахта ысулы менән эшләүгә күсә.

- Махсус хәрби операция беҙҙең тормошҡа ҡырҡа үҙгәреш индерҙе, - тине әсә кеше Сибәрбикә апай Тләүсина. - Улым мобилизацияланған көндән алып дин юлына баҫтым. Көн һайын Ҡөрьән уҡыйым. Иртәнге  намаҙымда улымдың, шул уҡ ваҡытта бөтә ир-егеттәрҙең имен-һау йөрөп ҡайтыуҙарын теләп доға ҡылам. Мин генә түгел, башҡа әсәләр ҙә улдарын махсус хәрби операциянан көтөп алһын, тип көнө-төнө Хоҙайыма ялбарам. Атайым да, әсәйем дә дини кешеләр булды. Мин дә уларҙың юлынан киттем. Атайым ун йыл ауылдың имам-хатибы булды. Бала саҡтан иман тәрбиәһе алып үҫтем, бәлки, шуғалыр ҙа миңә дингә баҫыу еңел бирелде. Мәсеттәргә йөрөйбөҙ. Ғәрәп теле буйынса белемемде камиллаштыра башланым. Иртәнге намаҙҙа ризыҡтар сәселә. Айырыуса шул ваҡытта теләк теләргә кәрәк. Улымды яуға оҙатҡанда икмәк тешләттереп ҡалдым. Уны киптереп, аҡ туҡымаға урап, һаҡлауға һалдым. Көн дә уны ҡулдарыма алып, доға ҡылып: “Ризыҡҡа төшһөн балама. Тешләп ҡалдырған ризыҡтарын кире ҡайтып ашарға насип ит”, - тип Хоҙайымдан үтенеп һорайым. Өләсәйемдең халыҡ медицинаһы буйынса өйрәтеп ҡалдырғанын ҡулланып, мөрәжәғәт итеүселәргә ярҙам итәм. Ҡот ҡоям, доғалар уҡып өшкөрәм, тел-теш ҡырҡам.       

Сибәрбикә Тләүсина 2008 йылдан уҡ фольклор ансамблендә шөғөлләнә. Һуңғы йылдарҙа Ишмырҙа ауылының “Ағинәйҙәр” ойошмаһын етәкләй. Халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, улар нигеҙендә балаларҙы тәрбиәләү буйынса эштәр алып бара. Кесе йома һайын урындағы мәҙәниәт йортонда ауылдың уңған хужабикәләре менән берлектә оҫталыҡ дәрестәре үткәрәләр. Сибәрбикә ағинәй балаҫ һуғыу тәжрибәһе менән уртаҡлаша.

Ишмырҙа ағинәйҙәре бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яуирҙәргә гуманитар ярҙам әҙерләү буйынса маҡсатлы эш алып бара: бетеү әҙерләйҙәр, маскировкалау селтәре үрәләр, сәк-сәк, бауырһаҡ бешерәләр, бишбармаҡ ҡырҡалар, йылы ойоҡбаш, өс бармаҡлы бирсәткә бәйләйҙәр. Ошо көндәрҙә яугирҙәргә түшәп ултырыр өсөн йылы түшәктәр тегеү эшен башларға йыйыналар.

Донъяға яратып баҡҡан, аҡ күңелле ағинәй Сибәрбикә Тләүсина быйыл йәйге матур көндәрҙә етмеш йәшлек ғүмер байрамын билдәләгән. Уға ныҡлы сәләмәтлек, донъялар именлеге, улының Еңеү һалдаты булып, имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.

Лилиә ТАКАЕВА.

Ағинәйҙәрсә, һөйөү менән...
Ағинәйҙәрсә, һөйөү менән...
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас