Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
23 Ноябрь 2024, 08:25

Әсәйҙәр –тормош биҙәге

Йыл һайын илебеҙҙә ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә иң күркәм байрамдарҙың береһе- Әсә көнө билдәләнә. Ошо байрам айҡанлы Әхмәр мәҙәниәт йортонда «Әсәйҙәр - тормош биҙәге» тип исемләнгән сара үтте. Сараның беренсе...

Әсәйҙәр –тормош биҙәгеӘсәйҙәр –тормош биҙәге
Әсәйҙәр –тормош биҙәге

✨Йыл һайын илебеҙҙә ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә иң күркәм байрамдарҙың береһе- Әсә көнө билдәләнә. Ошо байрам айҡанлы Әхмәр мәҙәниәт йортонда «Әсәйҙәр - тормош биҙәге» тип исемләнгән сара үтте. Сараның беренсе өлөшөндә әсәйҙәр төрлө конкурста үҙҙәрен һынап ҡаранылар: халыҡ мәҡәлдәрен һәм әйтемдәрен иҫкә төшөрҙөләр, ҡыҙыҡлы һорауҙар һәм йомаҡтарға яуап бирҙеләр, дәртле, йырҙар йырланылар, таҡмаҡ әйтешеп бейешеп матур ял иттеләр.

 Икенсе өлөшөндә бешеренеп алып килгән тәмлекәстәр менән сәй эстек. Байрам сараһында ҡатнашҡан әсәйҙәргә ҙур рәхмәт!

 

Әхмәр ауыл мәҙәниәт йорто.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас