Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
22 Ноябрь 2024, 15:50

Йәншишмәнән һыу алып...

#Йәншишмәнән һыу алып, Үлгәндәрҙе терелтеү Өсөн тыуған батырмын... 2-се Эткол ауыл китапханаһы "Ауылым шәхестәре" проекты өҫтөндә әүҙем һәм уңышлы эшләй.

#Йәншишмәнән һыу алып, Үлгәндәрҙе терелтеү Өсөн тыуған батырмын... 2-се Эткол ауыл китапханаһы "Ауылым шәхестәре" проекты өҫтөндә әүҙем һәм уңышлы эшләй. Фәниә Зиннәт ҡыҙы ауылдың абруйлы шәхесе, "БАССР-ҘЫҢ атҡаҙанған уҡытыусыһы" Ниәтшин Сәйет Ғәзиз улының тыуыуына 105 йыл тулыу айҡанлы мәктәптең етенсе синыф уҡыусыларына (етәксеһе Резеда Әхмәр ҡыҙы) китапхана дәресе үткәрҙе. Мәғариф ветераны Дилара Вәли ҡыҙы уҡытыусыһы тураһында мауыҡтырғыс иҫтәлектәре менән бүлеште. Еңеүҙең 65 йыллығына мәктәптә һуғыш ветерандарына арналған альбом төҙөлдө. Мин етәкләгән һигеҙенсе синыф уҡыусылары ветеран - уҡытыусылар тураһында мәғлүмәт йыйыу өсөн яуаплы булды. Сәйет Ғәзиз улының тормош иптәше Зәкиә Рәхмәт ҡыҙы уның тураһында һөйләп, беҙгә бер нисә фото һәм үҙенең көндәлек дәфтәрен ышанып тапшырҙы. Китапхана дәресендә уҡыусыларға шул иҫтәлектәрҙән өҙөктәр уҡып ишеттерҙем. Минеңсә, был дәрес уҡыусылар өсөн фәһемле һәм тәрбиәүи яҡтан бик файҙалы булды.

Көнһылыу Сөләймәнова, "Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе

Йәншишмәнән һыу алып...
Йәншишмәнән һыу алып...
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас