Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
22 Ноябрь 2024, 07:00

Ике һалдат тәрбиәләгән әсә

Ике улын да махсус хәрби операцияға оҙатҡан Миңлеямал Тулыбаева Ишбирҙе ауылында йәшәй. Мобилизация башланғас та уның улдары Фирзән менән Фаил хәрби комиссаритҡа саҡырыу ала. Улар оҙаҡ уйлап тормай, Ватаныбыҙға ҡурҡыныс янағанда, махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләк белдерә. “Бергә уйнап үҫтек, бер-беребеҙгә унда ла терәк булырбыҙ”, - тип улдары ата-әсәһен йыуата. Балаларына бер-береһен бер ҡасан да ташламаҫҡа, шатлыҡта ла, ҡайғыла ла бергә булырға кәрәклеген аңлатып, матур тәрбиә биреп үҫтергән Миңлеямал менән Вәли Тулыбаевтар улдарының был ҡарарына ҡаршы төшмәй, фәтихаһын бирә. Бер үк көндө ике улын да махсус хәрби операцияға оҙатҡан әсә йөрәге был минутта нимә кисергәндер ҙә, билдәһеҙ ваҡытҡа айырылышыу ғазабына нисек түҙгәндер? Хоҙай Тәғәлә һәм әсә үҙе генә белә...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Ике улын да махсус хәрби операцияға оҙатҡан Миңлеямал Тулыбаева Ишбирҙе ауылында йәшәй. Мобилизация башланғас та уның улдары Фирзән менән Фаил хәрби комиссаритҡа саҡырыу ала. Улар оҙаҡ уйлап тормай, Ватаныбыҙға ҡурҡыныс янағанда, махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләк белдерә. “Бергә уйнап үҫтек, бер-беребеҙгә унда ла терәк булырбыҙ”, - тип улдары ата-әсәһен йыуата. Балаларына бер-береһен бер ҡасан да ташламаҫҡа, шатлыҡта ла, ҡайғыла ла бергә булырға кәрәклеген аңлатып, матур тәрбиә биреп үҫтергән Миңлеямал менән Вәли Тулыбаевтар улдарының был ҡарарына ҡаршы төшмәй, фәтихаһын бирә. Бер үк көндө ике улын да махсус хәрби операцияға оҙатҡан әсә йөрәге был минутта нимә кисергәндер ҙә, билдәһеҙ ваҡытҡа айырылышыу ғазабына нисек түҙгәндер? Хоҙай Тәғәлә һәм әсә үҙе генә белә...

Миңниямал һәм Вәли Тулыбаевтар икеһе лә Ишбирҙе ауылында тыуып үҫкән. Улар 1989 йылда ғаилә ҡора. Ике улға һәм бер ҡыҙға ғүмер бирәләр. Ҡыҙҙары Алһыу бөгөн тормош иптәше менән Сибай ҡалаһында йәшәй. Улдары Фирзән – Төньяҡ Осетияла, ә Фаил Алыҫ Көнсығышта хәрби хеҙмәттәрен тултырған. Хәрби сынығыу алған, көслө патриотик рухлы егеттәр Ватан-Әсәнең саҡырыуын ҡабул итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләләге иң оло бала – Фирзәндең генә ғүмере ҡыҫҡа булды. 2024 йылдың 24 ғинуарында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк була. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн II Дәрәжә “Хәрби батырлығы өсөн”, “Генерал Шайморатов”, “Ҡыйыулыҡ. Батырлыҡ. Ҡаһарманлыҡ” миҙалдары һәм “Батырлыҡ” ордены менән бүләкләнгән. Улдары Фаил да ағаһы кеүек үк ҡурҡыу белмәҫ, ҡуш йөрәкле батыр. Яуҙа күрһәткән ҡыйыулығы өсөн “Генерал Шайморатов”, “Ҡыйыулыҡ. Батырлыҡ. Ҡаһарманлыҡ” миҙалдары менән наградлана. Фаил нацистарға ҡаршы барған алышта ҡаты яралана. Уға оҙаҡ ҡына хәрби госпитәлдә дауаланырға тура килә. Әлеге ваҡытта кисәге яугир демобилизацияланып, тыуған яғына ҡайтҡан.

- Яу барышында әсәйемдең тауышын ишеткем килә торғайны, - тине Фаил Тулыбаев. – Яҡындарымдың беҙҙе һәр ваҡыт ҡеүәтләп, дәртләндереп торған һүҙҙәре көс бирә ине. Беҙҙең артта ныҡлы тыл барлығын һәр ваҡыт тойҙоҡ. Хәрби хеҙмәт барышында ла, махсус хәрби операция ваҡытында ла иң ҡәҙерле, иң изге һүҙ ул – Әсә һүҙе икәнен хәҙер яҡшы аңлайым.

Миңлегөл апай бөгөн хаҡлы ялда. Уға күңел тыныслығы, ғаилә бәхете теләйбеҙ!

Лилиә Такаева.

Ике һалдат тәрбиәләгән әсә
Ике һалдат тәрбиәләгән әсә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас