Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
19 Ноябрь 2024, 13:15

Ирле-ҡатынлы аҡса эшләргә уйлай

Улар бының өсөн 2,5 миллион һум кредит ала һәм алдана...

БР буйынса эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Учалы районы полицияһына 46 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Ир октябрҙә уға билдәһеҙ кеше шылтыратыуы тураһында әйткән. Шылтыратыусы ҡиммәтле ҡағыҙҙар һатып алыу юлы менән эш хаҡы тәҡдим итә. Тәүҙә ир быға ышанмай. Әммә мутлашыусылар уны ышандыра ала. Ир аферисттарҙың күрһәтмәләренә ҡолаҡ һала һәм «инвестиция кошелегына»тәүге кредит аҡсаһын һала. Аҡсаның проценттары артыуын күреп, ғариза биреүсе ҡатынын да быға йәлеп итергә ҡарар итә. Ғаилә  кредитҡа 2,5 миллион һум самаһы аҡса ала, уны йәнәһе лә отошло проектҡа индерә. Әммә аҡсаны күсереү менән мутлашыусылар ҙа юғала. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас