Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Ғаилә йылы
19 Ноября 2024, 06:15

Баймаҡта - балалар ойошмаһы сафы тулыланды

4-се лицейҙа шәп сара үтте

Баймаҡта - балалар ойошмаһы сафы тулыландыБаймаҡта - балалар ойошмаһы сафы тулыланды
Баймаҡта - балалар ойошмаһы сафы тулыланды

Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында 120-нән ашыу уҡыусыны «Рәсәй бөркөттәре» сафына бағышлау тантанаһы үтте. «Рәсәй бөркөтө» нә бағышлау тантанаһы уның бөтә ҡатнашыусылары өсөн мөһим ваҡиға булып тора. Был тантаналы сара балалар өсөн айырыуса мөһим, сөнки, унда уларҙы күп яңы, танып белеү, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы нәмәләр көтә . Сөнки "бөркөт" булыу-ул хөрмәт кенә түгел, яуаплылыҡ та, ул һәр нәмәлә һәм һәр ваҡыт алда булыуҙы, Үҙендә Ватанға һөйөү, эшһөйәрлек һәм белемгә ынтылыш, намыҫлылыҡ һәм юғарылыҡ, тыйнаҡлыҡ, дисциплиналылыҡ тәрбиәләүҙе аңлата. Уҡыу йылы дауамында мәктәп уҡыусылары класс етәкселәре һәм директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе етәкселегендә «Рәсәй бөркөтө»исеменә лайыҡ булыр өсөн төрлө сараларҙа һәм акцияларҙа ҡатнашасаҡ.. 

Баймаҡта - балалар ойошмаһы сафы тулыланды
Баймаҡта - балалар ойошмаһы сафы тулыланды
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас