Ғаилә йылы
18 Ноябрь 2024, 07:15

Ғаилә менән -Байыҡҡа!

Быйыл "Байыҡ" республика бейеү бәйгеһендә Үрге Иҙрис ауылынан Рәсимә Халиҡова ҡыҙҙары Нурсиә, Зәлиә һәм ейәнсәре Зөлхизә менән ҡатнашты.

Быйыл "Байыҡ" республика бейеү бәйгеһендә Үрге Иҙрис ауылынан Рәсимә Халиҡова  ҡыҙҙары Нурсиә, Зәлиә һәм ейәнсәре Зөлхизә менән ҡатнашты. Улар баһалама ағзалары һәм тамашасыға "Буҙа" бейеүен бүләк итте. Был конкурста улар ғаилә менән бейеүсе берҙән -бер ғаилә булған. "Ғаилә йылы булғанға ла беҙ бергәләп бейергә булдыҡ. Конкурс бик оҡшаны. Беҙҙе дәрләндереп, матур теләктәрен еткереп тороусыларға ҙур рәхмәт,- тине Рәсимә Әнүәр ҡыҙы. Афарин, ҡыҙҙар! Әлеге дәртегеҙ һүнмәһен!Киләсәктә лә яулайһы үрҙәрегеҙ күп булһын! 

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас