+21 °С
Болотло
"Ғаиләм - йылы усағым" тип исемләнгән урам байрамы мул табынлы өҫтәл артынла бергәләп сәй эсеү менән тамамланды. Гагарин урамының уңған ҡатын - ҡыҙҙары әҙерләгән табында нимә генә юҡ ине!
Гөлгөл һәм Мансур Ғәлиндәр бешергән ҡорбан итенән дә ауыҙ итте таулыҡайҙар. Ҡунаҡсыллығығыҙ, ихлас күңелегеҙ өсөн Ҙур Рәхмәт һеҙгә Гагарин, Баҡса, Бабич урамы уңғандары!
Тәбиғәттән килгән ауырыуҙар тәбиғәт тарафынан дауалана, тигән һүҙҙәр аҫтында Гагарин округы дарыу үләндәре һәм йәшелсә - емештәрҙән торған күргәҙмә лә әҙерләгән.
Киптерелгән үләндәрҙең халыҡ медицинаһы булараҡ файҙаһы ҙур тип иҫәпләй улар. Афарин!