Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
17 Ноябрь 2024, 07:25

Таулыҡайҙа шәп ғаиләләр йәшәй

Бабич, Баҡса, Гагарин урамдары үҙҙәренең матур ғаилә парҙары менән йәмле. "Ғаиләм - йылы усағым" сараһында 30, 35,40 йыл бергә татыу, матур йәшәгән парҙар тәбрикләнде...

Таулыҡайҙа шәп ғаиләләр йәшәйТаулыҡайҙа шәп ғаиләләр йәшәй
Таулыҡайҙа шәп ғаиләләр йәшәй

Бабич, Баҡса, Гагарин урамдары үҙҙәренең матур ғаилә парҙары менән йәмле.
"Ғаиләм - йылы усағым" сараһында 30, 35,40 йыл бергә татыу, матур йәшәгән парҙар тәбрикләнде. Үрнәк һәм Гөлфиә Күсәрбаевтар, Камил һәм Миңдинур Яхиндар, Венера һәм Ғәлим Сәлимовтар, Зөбәйлә һәм Айрат Сәғәҙәтовтар,Рәмилә һәм Ишмулла Сәғәҙәтовтар, Дилә һәм Наил Байегетовтар быйыл Ғаилә йылында үҙҙәренең ғаилә юбилейҙарын билдәләй. Парҙарға Рәйлә Әбсәләмова һәм округ әҙерләгән матур бүләктәр тапшырылды, изге теләктәр еткерелде.
Уларға артабан да бәхетле, парлы ғүмер теләйбеҙ.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас