+24 °С
Ямғыр
Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, 15.00 сәғәт тирәһендә Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск юлының 191-се километрында Toyota RAV4 водителе ҡаршы килгән Hyundai Elantra менән бәрелешкән. «Хендая» водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем вафат булған. 13 йәшлек улы дауаханаға оҙатылған. "Тойота" ла водитель һәм уның ҡатыны һәм уларҙың 9 һәм 7 йәшлек ике улдары йәрәхәтләнгән.